Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
10 Октябрь 2020, 00:40

Бөрйәнйылғала - Республика көнө!

Башҡортостан – баш илем,Йыһандағы бишегем.Ҙур донъяға алып сығырЯҙмышымдың ишеге.

Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Башҡортостан республикаһының тыуған көнөн быйылда шаулап -гөрләп ҡаршыларға әҙерләндек.Балалар менән тыуған төйәгебеҙҙең байлығы,милләттәр дуҫлығы,символдары менән танышыуҙы дауам иттек.Бөгөн ауылыбыҙҙа Республика көнөнә бағышланған байрам тамашаһы һәм йәрминкә ойошторолдо . Уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән байрам концерты үтте. Һәм бына ,ауылыбыҙҙың өлгөр,уңған әсәйҙәре балалары менән йәрминкәгә йыйылды. Иртә яҙҙан баҡса тултырып сәскән уңышты йыйып алып, артып ҡалғанын һатыу -йыл да күнелгә ятҡан иң күнелле мәл. Мәктәп уҡыусылары ,ысын сәуҙәгәрҙәргә әйләнделәр бөгөн.Байрас әсәһе Шәһиҙә апай менән төрлө емештәрҙән ҡайнатмалар,һуттар әҙерләгәндәр,теленде йоторлоҡ итеп бәлештәр бешергәндәр.Ирхан, атаһы менән йәй буйы тәрбиәләп үҫтергән, емерелеп уңған һуғанды һатыуға сығарһа,Дамир әсәһе Гөлназ менән тәҙрә төптәрен йәмләп ултырған гөлдәрҙе ,баҡса сәскәләрен (георгиндарҙы) тәҡдим итте. Ришат менән Мәҙинә иһә тәмле ҡоймаҡты күҙ асып йомғансы һаттылар.Зилә апайҙы ,ауылда һәр кем оҫта баҡсасы икәнен белә.Быйылда уның ташҡабаҡтары,помидорҙары,бигерәктә кәбеҫтәләре уңған.Хаҡы ла арзан булды.Альбина Памир ҡыҙы урман баланы,ҡабаҡ ҡайнатмаһы тәҡдим итте.Уларҙың быйыл ҡарбуздары ла бешеп өлгөргән икән.Роза Кинйәғәли ҡыҙы тәмле итеп пицца бешереп алып сыҡҡан.Һатып алыусылар гөр килешеп күҙ асып йомғансы, сумкаларын тултырып та ҡуйҙы.Эйе,тыуған ауылыбыҙ , республикабыҙ уңған кешеләре менән дан тота.Киләсәктә лә аяҙ күк ,ҡояшлы көндәр ,һаулыҡта ,шатлыҡта тыуған төйәгебеҙгә дан йырлап тыныслыҡта йәшәргә яҙһын!
Гөлназ Хәсәнова,
балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.