Һаҡмар
+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
30 Сентябрь 2020, 18:00

Һәмәндәр изге эштә ҡатнашты

#Программы #РеальныеДела #АныҡЭштәр #Проекты #Айыҡауыл2020 #ТрезвоеСело2020


Һәмәндәр изге эштә ҡатнашты.
Зыяратты күмәк көс менән тәртиптә тотоу – борон-борондан халҡыбыҙҙың изге йолаһы. Шуға күрә, Баймаҡ районы Һәмән ауылының ир - егеттәре, Берҙәм Рәсәй партияһының "Аныҡ эштәр" программаһына ярашлы Һәмән ауылы зыяратының бағаналарын яңыртты. Кемдәр һуң ул өмәлә ҡатнашыусылар? Зәйнулла Әминев (староста), Фәнис Кинйәбулатов, аталы - уллы Сөләймән, Илнур, Айнур Йәнгилдиндар үҙ техникалары менән, Вәзир һәм Зәбир Боҫҡоновтар үҙ техникалары менән, Рафиҡ Әминев, Марат Әминев, Кәбир Һибәтуллин, Әхтәм Йәнгилдин, Нәзир Һибәтуллин, Ғәҙел Ғәлин, Вилдан һәм Урал Вәлишиндар, Рәүил Йәнгилдин (имам - хатип), Йәҙгәр Күсәрбаев (депутат) үҙ техникаһы менән, Вәлит Боҫҡонов, Юнир Булатов, Азамат Ҡаһарманов, Рәшит Нурғәлин, Марс Нурғәлин, Азамат Йәрмөхәмәтов, Илдус Ырғыҙбаев, Әсләм Ишморатов, Мансур Һабанбаев, Камил Мурзин, Азат Шәйхитдинов, Рим Рәхмәтуллин, Илфат Тәхәүитдинов, Альмир Һабанбаев. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа өмәнән ситтә ҡалманы. Айгөл Сафина (депутат), Әлфиә Йәрмөхәмәтова, Әлфиә Һибәтуллина, Альбина Вәлишина, Лилиә Нурғәлина, Рәмилә Әминева, Фәһимә Һибәтуллина, Альбина Йәнгилдина бешеренеп килеп, ҡаҙан аҫып, самауырҙар ҡуйып өмәселәрҙе тәмле аш - һыу менән һыйланы. Ҙур рәхмәт, ауылым уңғандары! Аҙыҡ-түлек алыуға аҡсалата ярҙам итеүсе Әлфирә Боҫҡонова, Гөлшат Нурғәлиналарға, аҙыҡ - түлек менән ярҙам итеүсе Зөлфирә Ҡарағоловаға барлыҡ өмәселәр айырым рәхмәт әйтте. Үҙҙәре килә алмаһа ла тәмле - татлы бешереп ебәреүсе Вәсилә Һибәтуллина, Фирҙәүес Ырғыҙбаева, Нурзиә Йәнгилдиналарға ҙур рәхмәт, изгелегегеҙ юғалмаҫ!
Һәмәндәр изге эште күмәк көс менән атҡарҙы. Әлегә ремонт эше тамамланманы. Тимер бағаналар зыяратты уратып сығыуға етмәне. Һәмәндәр үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң, күмәкләп аҡса йыйып, эште тамамларға килеште. Һәмәндәрҙең изге уйына, ауылдаштар ғына түгел, тамыры менән ошо ауылдан булып, әлеге ваҡытта ситтә йәшәүселәр ҙә ҡушылыр тигән өмөттә ҡалабыҙ. Зыярат ул - барыбыҙҙың да бара торған йортобоҙ. Уны тәртиптә, таҙалыҡта тотоу тереләрҙең изге бурысы. Әрүәхтәр тыныс ятһын!
Райхана Булатова,
китапханасы.
Читайте нас в