Һаҡмар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
27 Сентябрь 2020, 14:48

Иҫке сибайҙар волейбол уйнаны

Иҫке Сибай ауылында “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә саралар дауам итә. Ошо көндәрҙә ир-егеттәр волейбол уйынына сыҡты. Унда дүрт: “Ҡарабүбәк”, “Айсыуаҡ”, “Фатиха” һәм Ленин урамынан команда көс һынашты.

Иң күп мәрәй туплап, лениндар еңеү яуланы. “Ҡарабүбәк” – икенсе, “Айсыуаҡ” - өсөнсө, “Фатиха” дүртенсе урындарҙы алды. Радик Вәлиуллин, Флорит Ильтинин, Радик Йосопов, Динар Батисовтар “Иң яҡшы һөжүмсе” тип билдәләнде. Иң йәш уйынсыға 15 йәш – Айтуған Айытҡолов иң оло уйынсы тип табылды.
Ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Почет грамотаһы тапшырылды.
Сибай Утарбаев,
Сибай ауыл биләмәһе башлығы.