Һаҡмар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
12 Сентябрь 2020, 16:17

Төркмәндәр янғынға әҙер

Беренсе Төркмән ауылының ирекле янғын һүндереү командаһының техник базаһы янғын һүндереү цистернаһы менән тулыланды

Беренсе Төркмән ауылының ирекле янғын һүндереү командаһының техник базаһы янғын һүндереү цистернаһы менән тулыланды. Тәүге янғын һүндереү-ҡотҡарыу эштәрен башҡарыу тап уларҙың төп бурысы. Ирекле янғын һүндереү командаһы иңендә ауылдаштарының ғүмерен һәм һаулығын, милкен һәм тәбиғи байлыҡтарын һаҡлау буйынса ҙур яуаплылыҡ ята.
Янғын һүндереү ҡоролмаһы ҡайтарылыуы яҡшы, әлбиттә, ләкин бәлә-ҡазалар урап үтһен. Бында бар яуаплылыҡ халыҡтың үҙенә ҡайтып ҡала. Уяу булығыҙ, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын күҙәтегеҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Читайте нас в