Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
10 Август 2020, 15:15

Гүзәлиә - Бәхтегәрәйҙең уңған ҡымыҙсыһы

Быйыл республикала беренсе тапҡыр ҡымыҙ бешеүселәрҙең фестивале онлайн форматта үтте. Унда Бәхтегәрәйҙән Гүзәлиә Рәхмәтуллина ла үҙ көсөн һынаны.

Быйыл республикала беренсе тапҡыр ҡымыҙ бешеүселәрҙең фестивале онлайн форматта үтте. Унда Башҡортостандан ғына түгел, Рязань өлкәһенән дә ҡатнашыусылар булды. Эшмәкәрлектәрен һүрәтләгән видеояҙмалар БР халыҡтар дуҫлығы йортоноң рәсми сайтында урынлашты. Конкурста Бәхтегәрәйҙән Гүзәлиә Рахматуллина ла үҙ көсөн һынаны. Ул “Әүҙем ҡатнашыусы” номинацияһында еңеү яуланы. Гүзәлиә Рәхмәтуллинаны оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Уның ҡулынан бешкән ҡымыҙ хуш еҫле, юғары сифатлы эсемлек икәнен баймаҡтар яҡшы белә.