Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
24 Июнь 2020, 11:40

Ҡышҡа әҙерлек әүҙем бара

Иҫке Сибай ауылында 10 күп ҡатлы йорт бар. Йорт советы төҙөлөп, һәр береһендә яуаплы кеше беркетелгән. Улар менән Марат Ғәлиев етәкселек итә. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр алдына үҙ биләмәләрен төҙөкләндереү бурысы ҡуйылған.

Иҫке Сибай ауылында 10 күп ҡатлы йорт бар. Йорт советы төҙөлөп, һәр береһендә яуаплы кеше беркетелгән. Улар менән Марат Ғәлиев етәкселек итә. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр алдына үҙ биләмәләрен төҙөкләндереү бурысы ҡуйылған. Ошо көндәрҙә ауыл биләмәһе хакимиәтенең ярҙамы менән берлектә йорттарҙы буяу-һылау эштәре башланды. Баҡсаларҙың ҡоймалары тәртипкә килтереләсәк. Бында уларға “Сибай торлаҡ-коммуналь хужалығы” МУП-ы ярҙамға киләсәк. Килешеү төҙөлгән. Әлбиттә, төҙөкләндереү сараларын атҡарып сығыуҙы ул йорттарҙа йәшәүселәр үҙ ҡулдарына алырға тейеш ине лә бит. Кемдер килер – эшләр, тип көтөп ятыу заманы күптән уҙған. Юғиһә, йорттарҙың тышҡы йөҙө ташландыҡ объектты хәтерләтә. Ҡайһы берҙәренә ҡарап, хатта уларҙа кеше йәшәмәйҙер, тигән фекер тыуа. Әйткәндәй, күп ҡатлы йорттарға автономлы ҡаҙанлыҡтар урынлаштырылған. Йылылыҡ өсөн түләүҙе ҡулланыусылар туранан-тура был төр уңайлыҡ менән тәьмин итеүсе йәмғиәт менән иҫәпләшә.
- Бөгөн ауылдың яртыһында тәбиғи газ селтәре һуҙылған, яңы микрорайонда иһә ул юҡ, - тине Сибай Утарбаев. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был проблеманы тиҙ арала хәл итеү мөмкинлеге юҡ. Барлыҡ эштәр 2023 йылға ғына ҡаралған. Ауыл йылдам үҫешә, халыҡ күпләп шәхси йорт төҙөй. Ҡапыл-ҡапыл ғына яңы урамдар барлыҡҡа килде. Ә бына инфраструктура менән тәьмин итеү мөмкинлеге сикләнгән. Шунлыҡтан теләһәк тә, бындай эштәрҙе тиҙ арала хәл итеп булмай.
“Сибай торлаҡ-коммуналь хужалығы” МУП-ына ауыл халҡын эсәр һыу, учреждениеларҙы тағы ла йылылыҡ менән тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән.
- Ике һыу сығарыу башняһы аварияһыҙ эшләй, эсәр һыуҙың сифаты яҡшы, - тине “Сибай торлаҡ-коммуналь хужалығы” МУП-ы директоры Нәил Дәүләтбаев. – Бөгөн күптәр һыуҙы йорттарына индереүҙе хуп күрә. Ошо тәңгәлдә беҙ халыҡҡа хеҙмәт күрһәтәбеҙ. Бөгөн һәр урамда берәр генә һыу колонкаһы ҡалған. Йорттарға тотонолған һыу күләмен иҫәпләүсе ҡоролмалар урынлаштырыла. Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел. Халыҡтың да, учреждениеларҙың да беҙҙең коммуналь хеҙмәт өсөн бурыстары бар. Мәҫәлән, халыҡтың һыу өсөн 1 млн 120 мең һум бурысы йыйылған. Былтыр 89 мең һумға 7 кешенең эше судҡа бирелде. Быйыл тағы ла 150 мең һумға 8 кешегә ҡарата документтар әҙерләйбеҙ. Тик шуныһы, ни сәбәптәндер, суд приставтары ла бурыслылар алдында көсһөҙ. Былтыр 12 эш кире ҡайтты. Был суммаға беҙ байтаҡ ремонт эштәрен атҡарып сығыр инек. Суд ҡарарҙарын бурыслыларҙың эш урындарына, Пенсия фондына алып барып бирергә тура килә. Ә бәғзеләрҙең бурысы йылдар буйы ҡалып килә.
Ә бит хәлдәр ысынлап та мөшкөл. 12 километрға һуҙылған һыу селтәренең 5 километрын кисекмәҫтән алмаштырыу талап ителә. 1960 йылда һалынған торбалар бөгөн килеп тамам иҫкергән, туҙған. Бер-бер артлы булып торған авариялар һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр тыуҙыра, юғалтыуҙарға килтерә. Был тәңгәлдәге проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында былтыр Совет урамында йәшәүселәр менән берлектә 500 метрҙа һыу селтәре яңыртылған.
Әлеге ваҡытта “Сибай торлаҡ-коммуналь хужалығы” МУП-ы киләһе йылытыу миҙгеленә әҙерлек алып бара. 60 метрҙа йылылыҡ торбаларын яңыртыу талап ителә. Әйткәндәй, 2015 йылда урынлаштырылған ике блоклы ҡаҙанлыҡ үҙ эшмәкәрлеген тулыһынса аҡлай. Был тәңгәлдә проблема юҡ. Йылытыу миҙгелендә өс оператор һәм 2 слесарь тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт вахтаһына баҫа.
Читайте нас в