Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
22 Июнь 2020, 11:20

Ямғыр теләп барҙыҡ Манһырға

Йылдың ҡоро килеүе арҡаһында, бар тәбиғәттең бер йотом һыуға, зар интизар булып, сарсап ултырыуы, бар халыҡты борсоуға һала.

Йылдың ҡоро килеүе арҡаһында , бар тәбиғәттең бер йотом һыуға, зар интизар булып, сарсап ултырыуы, бар халыҡты борсоуға һала. Тирә -яҡ ауылдарҙан халыҡ күмәкләшеп ямғыр яуҙырыу йолаһын үтәр өсөн теләккә сыға башланылар. Беҙ бөгөн Ҡаратал ауылы ағинәйҙәре рәйесе Зәкиә Юнысбаева, Сания Хисаметдинова, Рәйлә Муталлапова, Вәлимә Азаматова, Ишмөхәмәт ауылы ағинәйҙәре рәйесе Миңһылыу Сәлимова,Гүзәл Зайнитдинова, Айһылыу Калимуллина, Көнһылыу Сафаргалина, Байыш ауылы ағинәйҙәре рәйесе Факиһа Таштимерова, Әнисә Юлыева ,Хәнифә Хасанова,Зөлфиә Юсупова , Өмөтбай ауылы ағинәйҙәре рәйесе Әнүзә Мажитова, Миңлегөл Кужахметова, Асия Бүләкова, Рузилә Латыпова, Сания Ҡотлогилдина , Алгөл Латыпова, ауылыбыҙ аҡһаҡалы Нуритдин Мажитов районыбыҙҙың иң изге ерҙәренең береһе булған , данлыҡлы халыҡ табибы Мөжәүир хәҙрәттең ауылы Манһырға барҙыҡ. Хәҙрәттең йәшәгән йортонда, ҡәберендә булдыҡ, мәсетендә өйлә намаҙын уҡыныҡ. Тәмле Шишмә һыуынан ауыҙ иттек. Ғәле тауына күтәрелеп йоморо таштар янында доғалар уҡыныҡ .Ямғыр яуҙырыу йолаһын үтәнек. Хоҙай тәғәлә беҙҙең теләктәрҙе ишеткәндәй бар донъяны ямғыр болоттары уратып алды, бер - ике тамсы булһала ямғыр һибәләне. Ямғыр яуыу йолаһын Зәйнулла ишан ҡоҙоғонда дауам иттек.
Әнүзә Мәжитова,
Өмөтбай ауылы "Ағинәйҙәр"е ойошмаһы етәксеһе.