Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
17 Июнь 2020, 17:07

Ямғыр теләп, Әүлиә тауына күтәрелдек

Өмөтбайҙар теләккә сыҡты.

Һуңғы йылдарҙа йылдарҙың ҡоро килеүе барыбыҙҙы ла борсоуға һала. Өмөтбай ауылының "Әүлиә" ағинәйҙәр ҡоро ағзалары, Әүлиә тауына менеп "ямғыр яуҙырыу" йолаһын үтәп ҡайттыҡ. Ямғыр яуҙырыу йолаларын үтәнек, һыу һибештек, доғалар уҡыныҡ, балаларға уйындар ойошторҙоҡ, самауыр ҡайнатып сәй эстек.
Беҙгә теләк теләргә туҡтаған юлсылар ҙа ҡушылды. Белорет районы ҡыҙҙары уҡытыусы Гөлсинә, студент ҡыҙыҡай Алһыу, шулай уҡ күрше әбйәлилдәр ҙә беҙҙең менән бергә йоланы атҡарыуға ҡушылды, тип беҙгә хәбәр итте "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе Әнүзә Мәжитова.
Теләгән теләктәребеҙ тормошҡа ашһын, ямғырҙар яуып китһен! Амин!
Читайте нас в