Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
16 Июнь 2020, 02:20

Үрге Яйыҡбайҙар теләккә сыҡты

Изге был ғәмәлде ир-егеттәр үҙ ҡулдарына алды

Эйе, һуңғы бер нисә аҙна инде беҙҙең төбәктә тамсы ла ямғыр яуғаны юҡ. Был бер кемде лә борсомай ҡалмайҙыр, моғайын. Яңы йәшеллеккә күмелгән ялан-ҡырҙар һарғая ла башланы. Ағастарҙағы япраҡтарҙа ла шул уҡ хәл күҙәтелә.
Борондан килгән шундай йола бар - ямғыр теләү. Күптән түгел Үрге Яйыҡбай ауылының ир-егеттәре ҡырға сығып, ошо изге ғәмәлде үтәп, теләк теләне.
Уй-ниәттәр ҡабул булһын! Амин!
Ошо ерҙә өҫтәп әйтер бер генә һүҙем бар. Һуңғы йылдарҙа ни өсөндөр "Ямғыр теләү" йолаһы байрамға әйләнде. Ашъяулыҡ йәйелә, уйындар уҙғарыла. Ә бит ололарҙың әйтеүенсә, борон бындай изге ғәмәлде атҡарыу өсөн бейек тау башына менеп, ҡыҙыу ҡояш аҫтында, бер йотом һыу эсмәйенсә, тәм ҡапмайынса, ялбарып-ялбарып Хоҙай Тәғәләнән ямғыр һорай торған булғандар.
Читайте нас в