Һаҡмар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
2 Июнь 2020, 19:00

Аныҡ программа -аныҡ эштәргә

Мерәҫтә һыу башняһы төҙөкләндерелде.

"Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының "Аныҡ эштәр" программаһы урында халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу маҡсатында булдырылған. Уның ярҙамында ауылдарҙа байтаҡ ҡына саралар башҡарылды.
Ошо көндәрҙә Мерәҫ ауылында ла ҙур эш башҡарылған. Аныҡ программа аныҡ сараға йүнәлтелгән һәм ауылдың һыу сығарыу башняһы төҙөкләндерелгән. Барлыҡ эштәрҙе шәхси эшҡыуар Ильшат Йәнбәков үҙенең бригадаһы менән атҡарып сыҡҡан. Егеттәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, тип хәбәр итте Мерәҫ ауылы биләмәһе башлығы Таңсулпан Хафизова.