Һаҡмар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
29 Май 2020, 16:00

Нуғайҙарҙың шатлығы ҙур

"Беҙҙә балалар майҙансығы буласаҡ", - ти улар.

"Уррра, былтырғы ауыр хеҙмәтебеҙҙең бөгөн уныштарын йыябыҙ. "Айыҡ ауыл-2019" республика конкурсында ҡатнашып, лайыҡлы урын алып, шунан килгән 150 мең һум премия аҡсаһынан өлөшләтә балалар майҙансығы өсөн ҡорамалдар килтерелде", - тип беҙгә ҡыуанысын белдереп хәбәр итте Үрге Яйыҡбайҙан Вәлимә Вәлиева.
Ысынлап та, халыҡ телендә атап йөрөткәнсә - нуғайҙар йыл дауамында бик күп саралар ойошторҙо. Ауыл халҡы - сәләмәт тормош яҡлы, тигәнде иҫбатлап, ауылдарын төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса күп эштәр башҡарҙы. Спорт саралары ла күп уҙҙы.
"Ниғәмәт ауылы хакимиәте башлығы Булат Фәрит улына, Азаматҡа ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт, ә иң ҙур рәхмәт һеҙгә ауылдаштарым, ситтә йәшәп беҙгә гел генә тел, ҡул, аҡсалата ярҙам күрһәтәһегеҙ!
Йәшәһен ауыл, гөрләһен Нуғай! Алла бирһә, майҙансыҡты урынлаштырһаҡ, балалар ҡыуаныр", - ти Вәлимә Вәлиева.
Читайте нас в