Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
27 Апрель 2020, 21:15

Мерәҫ фермерҙары хәйриә акцияһын башланы

Мерәҫ ауылының уңған фермерҙары Ғиззәт һәм Миңлегөл Ямантаевтар һыйыр көтмәгән оло йәштәге 41 ауылдашына һөт ризыҡтары йыйылмаһы биреп ҡыуандырҙы. #ВремяГероев

Бер изгелек мең бәләнән ҡотҡарыр, тиҙәр.
Мерәҫ ауылының "Ямантаев Г.Г." крәҫтиән-фермер хужалығы районда хәйриә акцияһын башланы. Ғиззәт һәм Миңлегөл Ямантаевтар һыйыр көтмәгән оло йәштәге 41 ауылдашына һөт ризыҡтары йыйылмаһы биреп ҡыуандырҙы.
Уларға ауылдың ирекмәндәре Айһылыу Даутбаева, Ләйсән Ямантаева, Әҙел Хәсәновтар таратышырға ярҙам итте.
Рамаҙан айында изге эшкә ҡушылған фермер Ғиззәт Ғәбит улына, ҡатыны Миңлегөл Рәйес ҡыҙына ауылдаштары ҙур рәхмәттәрен белдерә.
Ғиззәт Ямантаев был изге эште флешмоб итеп, райондың фермер хужалыҡтарына артабан дауам итергә саҡыра. Эстафетаны ул ҡустыһы Ильмир Ямантаевҡа тапшыра. "Бигерәк тә изге Рамаҙан айында, илдәге көсөргәнешлекте иҫәпкә алып, мохтаж ауылдаштарыбыҙға ярҙам итергә бурыслыбыҙ", - ти Ямантаевтар.