Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
13 Апрель 2020, 13:05

Ҡурсаҡтарға башҡорт милли кейемдәре тегәйек

Ниғәмәт ауыл биләмәһендә ,,Ҡурсаҡ байрамы" үткәрелгән ине һәм был сара үҙенең актуаллеген юғалтмай. Уларҙың тәҡдимен беҙ күтәреп алайыҡ. #домаяҡшыраҡ# өйҙәултырам #

# өйҙәултырам #
Ниғәмәт ауыл биләмәһе ағинәйҙәренең тәжрибәһенән
Ҡурсаҡ ... Бала саҡтың иң сағыу хәтирәһе ...
Француз яҙыусыһы Сент — Экзюпери: ,, Ҡурсаҡһыҙ бәләй ҡыҙыҡай — балаһыҙ ҡатын кеүек", — тигән. Ҡурсаҡ уйнап үҫкән ҡыҙҙарҙа буласаҡ әсә сифаттары тәрбиәләнелә .
Ниғәмәт ауыл биләмәһендә ,,Ҡурсаҡ байрамы" үткәрелгән ине, һәм был сара үҙенең актуаллеген юғалтмай.
Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Фәрзәнә Мөхәмәтшина балалары ауылға ҡартатайҙары мәрхүм булып, ҡайтҡандарында, ейәнсәре Кәримәгә ҙур ғына ҡурсаҡ бүләк итә. Кәримә ҡурсағына ,,Гөлнәзирә" тип исем ҡуша. Ҡайтырға йыйынғас, Кәримә: ,,Ҡартәсәй, мин ҡурсаҡты алып ҡайтмайым, һин бит хәҙер яңғыҙ, бер үҙең, Гөлнәзирә һинең менән йәшәһен..." , - тип ҡартәсәһен илата...
— Ярай, улай булғас, мин һинең Гөлнәзирәңә башҡорт кейеме тегеп кейҙерермен, - тип вәғәҙә биреп ҡала.
Вәғәҙә - иман, Ниғәмәттәге бер оҫта ғына ҡатынды ярҙамға саҡырып, ҡурсаҡҡа милли кейем тегәләр. Фәрзәнә апай Гөлнәзирәне тотоп, балалар баҡсаһына, мәктәпкә башланғыс кластарға осрашыуға бара. Шунан биләмәлә ,,Ҡурсаҡты милли кейемгә кейендереү" буйынса конкурс иғлан ителә. Конкурс талаптарына ярашлы, ҡыҙҙар әсәләре, өләсәләре менән ҡурсаҡтарына милли кейем һәм биҙәүестәр эшләйҙәр. Уларға матур башҡорт исеме ҡушалар, ҡурсаҡты сәңгелдәктә бәүетеп йоҡлатыу өсөн, бишек йырҙары өйрәнәләр.
Байрамды тәүҙә балалар баҡсаһында, шунан мәктәптә, артабан клубта ойошторалар. Милли кейемле һәм биҙәүесле ҡурсаҡтарҙы район һабантуйына халыҡ кәсептәре күргәҙмәһенә лә алып баралар. Үҙебеҙҙең ҡыҙҙарыбыҙҙы милли рухта тәрбиәләйек! Барби ҡурсағы урынына зауыҡлы башҡорт кейемендәге Гөлнәзирә йәки Айһылыу исемле ҡурсаҡ тотоп уйнап, уны башҡортса йырлап бәүетеп ултырған, башҡорт булыуҙары менән ғорурланған ҡыҙыҡайҙар — буласаҡ милләт әсәләре үҫтерәйек .
#өйҙә ултырғанда, ваҡытыбыҙҙы файҙалы итеп үткәрәйек. Балаларыбыҙ менән ҡурсаҡтарына милли кейем тегәйек...
Гүзәл Монасипова,
Баймаҡ районы "Ағинәйҙәре" ойошмаһы рәйесе.