Һаҡмар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
12 Апрель 2020, 00:30

Сәскәләр яратаһығыҙмы?

Йылымдың уңған хужабикәләре иғтибарына!

Сәскәләрҙе кем яратмай?! Сәскәләр нәфислек, шатлыҡ, бәхет һәм мөхәббәт символы, рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы. Донъяла сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡтыр. Сәскә бүләк итеү - ихтирам, хөрмәт билдәһе. Улар кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе йылыта. Күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләр үҫтереүсе ҡатын-ҡыҙҙар иһә икеләтә матур кеүек. Ожмах донъяһы тыуҙырған һәм бының өсөн йән йылыһын йәлләмәгән кешеләрҙең күңел донъяһы ла гөлләмәләй сағыу һәм киң ҡоласлы.
Беҙҙең ауылда ла йорт алдарын гөл-сәскәгә күмеүсе ихлас, изге күңелле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, ағинәйҙәребеҙ бихисап. Быйыл да сәскә-гөлдәр үҫтереү буйынса һынатмаҫтар һәм "Сәскәләр үҫтереү өсөн гөл телен белеү кәрәк" конкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Әлегә яңы баш ҡалҡытҡан үҫентеләрҙе наҙлап ҡына тәрбиәләйбеҙ, группала үҙ-ара фекер алышабыҙ, тип хәбәр итә Йылымдың уңғандары.
Читайте нас в