Һаҡмар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
2 Апрель 2020, 13:10

Сәскә яратыусылар, был һеҙҙең өсөн!

Таһир ауылынан Айсыуаҡ Байраҡаев сәскә һөйөүсе хужабикәләр араһында бик тә ҡаҙыҡлы конкурс иғлан иткән.

Таһир ауылынан Айсыуаҡ Байраҡаев сәскә һөйөүсе хужабикәләр араһында бик тә ҡаҙыҡлы конкурс иғлан иткән. Ул "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге үҙенең сәхифәһендә гөлдәрҙең һүрәтен ҡуя һәм уның атамаһын әйтеп биреүсегә бүләк тапшыра. Конкурстың тәүге еңеүсеһе итеп Темәстән Сәриә апай танылған. Айсыуаҡ Тәфтизан улы уға Салауат Әбүзәрҙең "Кисенбикә юлы" тип аталған китабын бүләк иткән. Бөгөн дә конкурс дауам итә. Айсыуаҡ Байраҡаев икенсе гөлдәрҙең һүрәтен ҡуйған. Кем уларҙың атамаһын дөрөҫ әйтеп бирер икән?
Әйткәндәй, Байраҡаевтар
гөлдәр, сәскәләр ярата. Улар күптән инде сәскән баҡса гөлдәре бөгөн шау сәскә атып ултыра.