Һаҡмар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
2 Апрель 2020, 19:30

Күгиҙел килене - Римма!

Шундай ауылдашым менән сикһеҙ ғорурланам, ти Күгиҙелдән Юлиә Ғүмәрова.

Уңған, оҫта ҡуллы хужабикә, минең күршем Римма апай Ҡолмөхәмәтова тураһында яҙып үтмәйсә булмайҙыр, тип беҙгә хәбәр
итте Күгиҙелдән Юлиә Ғүмәрова. Римма апай - Әбйәлил районы ҡыҙы, Күгиҙел килене. Ул тәмле итеп бәлештәрен дә бешерә, матур бәйләмдәр ҙә бәйләй. Һәр төрлө матур гөлдәр ҙә уҫтерергә ярата. Йәй көндәре ул үҫтергән сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша - баҡсаһында ниндәйҙәре генә юҡ уларҙың Римма апай төрлө ҡул эштәренә бик тә маһир. Ул сиккән, бәйләнән, теккән әйберҙәрҙән генә лә ҙур күргәҙмә ойошторорға мөмкин. Бөгөн иһә Римма апай күп тапҡыр файҙаланырға яраҡлы маскалар тегә. Шундай ауылдашым менән сикһеҙ ғорурланам, ти Юлиә Ғүмәрова.
Читайте нас в