Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
29 Март 2020, 21:00

Маска теккән Дамира

Күгиҙел ауылының уңған хужабикәләренең береһе теген машинкаһын эшкә ҡушҡан. Тулыраҡ беҙҙең сайтта. #национальныепроекты

Күгиҙел ауылында ла карантин - бер аҙналыҡ ял иғлан ителде. Өйгә ҡыуып индерелгән халыҡ аптырауға ҡалды. Был көндәрҙе өйҙә ваҡыт үткәреү өсөн кемдер телевизор алдынан китмәй, кемдер интернет селтәрҙәрендә соҡона.
Һаҡланғанды - һаҡлармын, тигән Хоҙай Тәғәлә. Дарыуханаларҙа битлектәр етешмәй башлағанын бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Ауылым оҫтабикәһе Дамира апай Сәғитова буш ваҡытын сарыф итмәй, өйҙә битлек тегә башланы. Был бик маҡтаулы эш! "Һатып ала алғандарға берәүһен 50 һумға тәҡдим итһәм, мохтаждарға бушлай таратам", - тине ул. Ҙур рәхмәт Дамира апай.
Бөтә донъяға таралған ауырыу беҙҙе урап үтһен!Һау-сәләмәт булайыҡ! Һаҡланайыҡ, ауылдаштар!
Алия Даутбаева,
Күгиҙел ауылы китапханасыһы.
Читайте нас в