Һаҡмар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
26 Март 2020, 01:05

Күгиҙел ҡатын-ҡыҙҙары ла берләште

Улар оҫталыҡ дәрестәренә йыйылды.

Ҡатын-ҡыҙҙың эшен тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, тиҙәр. Дөрөҫ. Йорт эштәренән тыш, Күгиҙел ауылында ҡул эштәре менән дә шөгөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙар бик күп. Тегеү, сигеү, бәйләү, бисерҙар менән эшләү, тағын әллә күпме һанап бөткөһөҙ. Бөгөн беҙ ауыл китапханаһына ҡул эштәрен бер-беребеҙгә күрһәтергә, өйрәнергә теләүселәр өсөн түңәрәк асып ебәрергә, тигән уйҙар менән йыйылдыҡ. Апайҙарҙың бөтә ҡул эштәре лә күҙ яуын алып тора. Һоҡланып ҡараным мин уларға. Күпме ваҡыт, күпме көс, күпме наҙ һалынған уларға!
Аҙна һайын шаршамбы көнө сәғәт 15:00 йыйылып, ҡул эштәренә өйрәнәйек, бер-беребеҙҙе өйрәтәйек, тип таралыштыҡ. Кемдәр теләй бөтәгеҙҙе лә саҡырабыҙ. Үҙегеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе лә көтөп ҡалабыҙ.
Алия Дәүләтбаева,
китапханасы.
Читайте нас в