Һаҡмар
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
23 Март 2020, 01:15

"Өйөм йәме гөл менән!"

Өмөтбай ауылының "Әүлиә" ағинәйҙәр ойошмаһы "Бәйләнештә" социаль селтәрендә "Өйөм йәме гөл менән" тигән конкурс иғлан итә.

Өмөтбай ауылы "Әүлиә" ағинәйҙәр ойошмаһы "Бәйләнештә" социаль селтәрендә "Өйөм йәме гөл менән" тигән конкурс иғлан итә. Матурлыҡҡа ғашиҡ, күңелдәре ижади күркәмлеккә, тормошто тик сағыу төҫтәр аша күрергә ынтылған, гөл үҫтереүселәрҙең гөлдәренең фотоларын ҡуябыҙ. Конкурсҡа ебәрелгән бүлмә гөлдәренең фотолары "Өмөтбай кисә, бөгөн, иртәгә" төркөмөнөң диуарына ҡуйыласаҡ. Фотолағы матур гөлдәрҙе күреп, сәмлеләр - сәмләнер, ғәмһеҙҙәр - ғәмләнер һәм тәҙрә төптәрен матур гөлдәр биҙәр, тип өмөтләнәбеҙ. Әйткәндәй, ағинәйҙәр һәр бер осрашыуҙа бер - береһе менән гөл үҫентеләре алыштырышалар. Кемдәр фотоларҙағы гөлдәрҙе үҫтерәһе килә, хужабикәһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Әйҙәгеҙ, интернет-конкурста ҡатнашығыҙ, бүлмә гөлдәренең сәскә атҡанын да, атмағанын да ҡуйығыҙ. Бына быныһы - "Ағинәйҙәр" ҡоро ағзаһы Зәйнуллина Земфираның гөлө.
Әнүзә Мәжитова, "Әүлиә" ағинәйҙәре ойошмаһы рәйесе.