Һаҡмар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
20 Март 2020, 00:10

Күрше хаҡы - тәңре хаҡы

Буранбайҙың уңған әхирәттәре "Оҫта ҡулдар"ға йыйылды. #национальныепроекты

Буранбай ауылы китапханаһында күптән инде "Оҫта ҡулдар" түңәрәге үтеп килә. Фирүзә Хәмитова үҙенең әхирәттәре менән бәйләм бәйләү, сигеү серҙәре менән ихлас уртаҡлаша. Оҫталыҡ дәрестәрен дә үткәрә ул. Буранбайҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары түңәрәктә бәйләп кенә ултырмай, һәр минутты файҙалы итеп уҙғарырға тырыша. Был юлы ла шулай булды. Буранбай ауылы китапханасыһы Зәкиә Ғәетбаева уларҙы был юлы Әҡлимә Сафинаның бик тә ҡыҙыҡлы "Күрше хаҡы - тәңре хаҡы" хикәйәһе менән таныштырҙы. Һуңынан фекер алышыуҙар булды.