Һаҡмар
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
23 Февраль 2020, 01:45

Ишбирҙеләр "Зарница"ға сыҡты

Ауыл бөгөн шат тауыштарҙан гөрләп торҙо. #национальныепроекты

Ишбирҙе ауылы бөгөн шат тауыштарҙан гөрләп торҙо. Саф һауала матур ял минуттары уҙғарыу бында матур йолаға әйләнгән. Оҙайлы ялдарҙы ғаилә менән бергә һәм файҙалы үткәреү, сәләмәт тормош алып барыу маҡсатында йыш ҡына спорт ярыштары ойошторола. Бына бөгөн дә ишбирҙеләр бергәләшеп 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрамға ҡарата "Зарница" уйынына сыҡты. Әйткәндәй, бөгөн былтырғыға ҡарағанда өсләтә, хатта бишләтә күберәк кеше ҡатнашты, тиһәк тә хата булмаҫ, моғайын. Улар ике командаға бүленеп төрлө уйындар, ярыштар, конкурстар ойошторҙо. Һуңынан бергәләп "һалдат бутҡаһын"ан ауыҙ иттеләр. Байрамда иң ныҡ ҡыуанғаны моғайын да балалар булғандыр.
Читайте нас в