+16 °С
Ясна
Иҫке Сибай мәҙәниәт йортонда Ил һаҡсылары көнөнә һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата "Иң шәп атай" конкурсы үтте. Ир-егеттәр үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте. Атайҙар ҡыҙҙарҙың сәсен үреүҙә лә, аш-һыу әҙерләүҙә лә, йыр-бейеүҙә лә үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны. А.Әминев, Ө.Ғәлиәхмәтов, Н.Курпасов, Р.Дәүләтсурин үҙҙәрен ысынлап та иң шәп атай икәндәрен иҫбат итте.
Байрамда ойоштороуҙа Н.Ғиззәтуллина, Ә.Ибраһимова, Р.Утарбаева һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Улар әҙерләгән елле бүләктәр атайҙарға тапшырылды.