Һаҡмар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
11 Февраль 2020, 11:35

Старосталар сәләмәт тормош яҡлы!

“Сәләмәт ауыл-2019” республика конкурсында ҡатнашыусы Йылым ауылы үткән аҙнала тағы ла бер мәртәбәле сара ойошторҙо – район ауылдары старосталарының йыйыны үтте. Уның эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рәсих Хәмитов, район Советының сектор мөдире Нурия Сирбаева, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов, Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Иҫәндәүләтова ҡатнашты.

Сәләмәт ауыл-2019” республика конкурсында ҡатнашыусы Йылым ауылы үткән аҙнала тағы ла бер мәртәбәле сара ойошторҙо – район ауылдары старосталарының йыйыны үтте. Уның эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рәсих Хәмитов, район Советының сектор мөдире Нурия Сирбаева, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов, Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Иҫәндәүләтова ҡатнашты.

Бөгөн, билдәле булыуынса, йәмәғәт ойошмалары йәмғиәттә ҙур роль уйнай, урындарҙағы үҙидара органдарының уң ҡулы булып тора. Шулар араһында староста вазифаһы айырым статусҡа эйә. Сөнки урындарҙағы башлыҡтар эштәрҙе ойоштороуҙа тап уларға таяна, уларҙың аҡыллы һәм фәһемле кәңәштәре халыҡты ойоштороуҙа мөһим урын биләй. Бөгөнгө шарттарҙа старосталарҙың хеҙмәтенә тейешле баһа биреләме, уларҙы ниндәй проблемалар борсой? Староста институтын артабан үҫтереү юлдары ниҙә? Йылымдар сараны ойошторғанда тап ошо маҡсатты күҙ уңында тотто ла инде. Йыйындың “Старосталар сәләмәт тормош яҡлы!” исеме аҫтында үтеүе лә тикмәгә түгел. Был сара старосталарҙың йәмғиәттәге ролен билдәләп кенә ҡалманы, ә айыҡ һәм сәләмәт тормошто әүҙем пропагандалауы, халҡыбыҙҙы рухи берҙәмлеккә әйҙәүе, телһөйәр, илһөйәр, рухлы, бар яҡтан да һәләтле быуын тәрбиәләүгә өндәүе менән барыһын да хайран итте.

Йыйындың пленар ултырышында Гөлшат Рәмзә ҡыҙы ауыл биләмәһенең һуңғы осорҙағы социаль-иҡтисади үҫешенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны, урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә йәмәғәт ойошмаларының роле ҙур булыуын, халыҡтың әүҙемлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа урындағы ауыл биләмәһендә социаль инфраструктураны үҫтереү йәһәтенән күп эштәр башҡарыла, улар төрлө проекттарҙа әүҙем ҡатнаша, еңеү яулай. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау”, “Аныҡ эштәр” программалары быға асыҡ миҫал. “Иң таҙа урам”, “Иң төҙөк урам”, “Таҙа яр”, “Таҙа шишмә”, “Таҙа урман” акциялары ойшторолоп, уларҙа ауылдар халҡы әүҙем ҡатнаша.

Нурия Шамил ҡыҙы билдәләүенсә, бөгөн райондың 91 ауылында 84 староста эшләй, улар урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тос өлөш индерә. Һәр йыл башында уҙған осор йомғаҡтарына арналған тантаналы йыйылышта иң яҡшы старосталар билдәләнә, уларға аҡсалата премия тапшырыла.

Рәсих Әғзәм улы йылымдарҙы “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында еңеүе һәм әле республика этабында әүҙем ҡатнашыуы менән ихлас күңелдән тәбрикләне, уларға уңыштар теләне. Ул старосталар йыйынын үткәреүҙең бик тә мәртәбәле сара булыуын айырым һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Беҙҙең маҡсат – айыҡ тормошто һәм сәләмәтлекте конкурс сиктәрендә генә пропагандаларға түгел, ә халыҡтың йәшәү рәүешенә әйләндереү. Шул уҡ ваҡытта быйылғы Башҡорт теле йылына айырым иғтибар бүлеү, ошо маҡсатта мөһим саралар ойоштороу мөһим. Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһын юғары кимәлдә үткәреү, башҡорт милләтен донъя кимәлендә танытыу зарур”, - тип билдәләне Р.Хәмитов. Һуңынан ул иң яҡшы старосталарға Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.

-Йылым ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында лайыҡлы еңеү яуланы, - тине үҙенең сығышында Ришат Вәкил улы, - был бөтөн ауыл халҡының, ойоштороу комитетының, ир-егеттәр ҡороноң ныҡышмалы һәм берҙәм хеҙмәте тураһында һөйләй. Бөгөн дә беҙ йылымдарҙың республика конкурсы сиктәрендә бик күп эштәр алып барыуына шаһитбыҙ. Әлеге сара – шуның асыҡ миҫалы. Һеҙҙең төп маҡсат - Башҡортостан кимәлендә еңеп сығыу.

Йылым ауылы старостаһы Юлдаш Кейекбирҙин “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә башҡарылған эштәр менән яҡындан таныштырҙы.

Йыйында ҡатнашҡан старосталар урындағы проблемаларҙы күтәреп сыҡты, эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Фекер алышыуҙарҙа Татлыбайҙан Иҙрис Вәлиуллин, Иҫке Сибайҙан Зөһрә Ғәйнуллина, Ишмөхәмәттән Сынбулат Ярмуллин, Ишбирҙенән Шакир Дәүләткилдин ҡатнашты.

Ултырышта Сибай медицина колледжынан студент-ирекмәндәр ҙә ҡатнашып, алкоголле эсемлектәрҙең кеше һаулығына зыяны тураһында һөйләне. Әйткәндәй, тап шул көндө Йылымда Сибай ҡалаһы дауаханаһы врачтары халыҡты ҡабул итте, һаулығын тикшерҙе.

Йыйын аҙағында йылымдар район халҡына мөрәжәғәт ҡабул итте.

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре хөрмәтенә күтәрелгән обелискыға веноктар һалғандан һәм балалар башҡарыуында “Шайморатов генерал” йырын тыңлағандан һуң, старосталар командаларға бүленеп “Күңелле старттар”ҙа ҡатнашты, суҡмар ташлау, гер күтәреү, пневматик винтовканан атыу, дартс уйындарында үҙҙәрен һынап ҡараны. Был тәңгәлдә район хакимиәтенең йәштәр һәм спорт секторы мөдире Вадим Ғәбитов һәм “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Илшат Хәмитовтың эше маҡтауға лайыҡ.

Бик тә ойошҡанлы, юғары кимәлдә үтте был сара. “Старосталар сәләмәт тормош яҡлы!” исемле йыйын ысын мәғәнәһендә үҙ маҡсатына иреште, ул һәр кемдең күңеленә рух көсө, киләсәккә өмөт-ышаныс өҫтәне, изге маҡсаттарға башланғыс һалды.

Азамат Мөхәмәтшин.

Йылым ауылының Баймаҡ районы халҡына мөрәжәғәте

Берләшәйек!

Хөрмәтле Баймаҡ районы халҡы, мөхтәрәм ватандаштар!

Эскелек – заман афәте. Ул тормошобоҙға тәрән үтеп ингән. Шуға ла беҙ проблемаларҙы йәшерергә түгел, ә уларҙың барлығын танырға, хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләргә тейешбеҙ. Был йүнәлештә бөтәбеҙгә – урындарҙағы үҙидара органдары, ҡорллтай, ир-егеттәр ҡоро, йәштәр комитеты, спорт, мәҙәниәт бүлектәре, йәмәғәт ойошмалары һәм һәр ауыл халҡына бер һүҙле булып, сәләмәт тормошто киң йәйелдереп, маҡсатлы эшләү мөһим. Беҙгә меҫкен булып, “эскелек бөтмәй инде ул”, “эскән кеше эсә инде”, “ул беҙгә нимәгә кәрәк” тип һөйләүҙән, эскелеккә бирелгән ауылдаштарыбыҙы ситкә этәреп, бар халыҡҡа лаф ороп йөрөүҙән арынырға ваҡыт етте! Һәр кем милләт киләсәге өсөн ҡулынан килгәнде эшләргә, һүҙ һөйләүҙән арынып, айыҡ тормош алып барыуы, ғаиләһе менән лайыҡлы йәшәүе, балаларын алдынғы ҡарашлы, сәләмәт итеп тәрбиәләүе менән был изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә бурыслы.

Йәштәр һәм балаларыбыҙ – беҙҙең киләсәгебеҙ. Киләсәк быуын, буласаҡ шәхестәребеҙ тап бөгөн тәрбиәләнә. Улар заманса фекерләүсе, алдынғы ҡарашлы булып үҫергә тейеш. Йәштәрҙе һәм өлкәндәрҙе бергә туплаған мәҙәни, дини, спорт сараларын күберәк үткәрәйек. Быуындар бәйләнешен нығытайыҡ.

Донъяны бар иткән дә, бал иткән дә – ҡатын-ҡыҙ, әсә. Улар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға сәләмәт тормошто пропагандалауға тағы ла йәнлерәк тотонорға кәрәк. Тап әсәй, өләсәйҙәр балаларҙа милләтебеҙ тарихына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ғорурлыҡ уятырға, киләсәк өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫергә йүнәлеш бирә бит.

Һәр ата-әсә мотлаҡ иҫендә тоторға тейеш ҡанун бар: балаларың һәм ейәндәрең ниндәй милләт телендә һөйләшә – һин шул милләткә хеҙмәт итәһең. Туған тел – беҙҙең ҡан теле, һәр күҙәнәгебеҙ, ҡан тамырҙарыбыҙ, булмышыбыҙ теле. Туған тел булмаған кеше – рухһыҙ, зәғиф кеше.

Шул уҡ ваҡытта милләттәштәребеҙҙе эшҡыуарлыҡҡа күберәк йәлеп итеү, халҡыбыҙ кәсептәрен тергеҙеү, этнотуризмды үҫтереү зарур. Яңы башҡорт имиджын булдырыу, рухлы, саф күңелле, тоғро һәм башҡа күркәм сифаттарҙы үҙенә туплаған быуын тәрбиәләү мөһим. Белемле, телдәрҙе һәм закондарҙы яҡшы белгән, сәләмәт тормош алып барған милләт – бына ошо беҙҙең маҡсат.

Мөрәжәғәт 7 февралдә Йылым ауылында үткән йыйында ҡабул ителде.