Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
31 Ғинуар 2020, 12:20

Йылымдар - бер команда!

#айыҡауыл; #трезвоесело"Айыҡ ауыл" республика конкурсында Баймак районы намыҫын Йылым ауылы яҡлай. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

"Айыҡ ауыл" республика конкурсында Баймак районы намыҫын Йылым ауылы яҡлай. Был сара халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Шундай ҙур мәртәбәле конкурсҡа ауыл халҡын кем күтәрҙе тигән һорау тыуа. Улар араһында бәләкәй Ватанын өҙөлөп яратҡан, алдынғы ҡарашлы, заман менән бергә атлаған, үҙ фекерен еткергән һәм артынан халыҡты әйҙәй алған көслө рухлы шәхестәр бар: уҡытыусылар, эшҡыуарҙар, суд системаһында хеҙмәт итеүселәр... Ҡыҫҡаһы, бик тә көслө командаға тупланғандар. Улар өсөн күләмле сараларҙы ойоштороп, уҙғарыу бер ни тормай. Финанс йәһәтенән дә, ижади һәм ойоштороу яғынан да бер-береһен тулыландыралар. “Ауыл халҡына, ситтә йәшәгән ауылдаштарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Улар һәм беҙ – бер команда!” - ти улар. Афарин, йылымдар!

Читайте нас в