Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
28 Ғинуар 2020, 22:40

Эстафетаны ниғәмәттәр ҡабул итте

Бөгөн ниғәмәттәр һәм бикештәр осрашты#национальныепроекты

"Айыҡ ауыл" программаһы сиктәрендә Йылым ауылынан старт алған скандинав атлау буйынса эстафета дауам итә. Ишбирҙе, Юлыҡ, Йомаш, Ярат, Ғүмәр, Беренсе Этҡол, Ҡуянтау ауылдары аша үтеп, бөгөн ул Ниғәмәт ауыл биләмәһенә килеп етте. Уларға тантаналы шарттарҙа Бикеш ауыл биләмәһендә йәшәүселәр тапшырҙы. Һауа торошоноң һалҡын тороуына ҡарамаҫтан, ике ауыл халҡы дуҫтарса осрашыуға атлығып юлға сыҡты. Күреүегеҙсә, скандинав атлаусылар рәте тулылана ғына бара. Тимәк сәләмәт тормош алып барыусылар ҙа беҙҙә бик күп. Уңыштар һәм сәләмәтлек теләйбеҙ!