Һаҡмар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
25 Ғинуар 2020, 00:55

Өмөтбайҙа шундай шәп сара үтте!

Өмөтбайҙа сәләмәт тормош яҡлы халыҡ йәшәгәнен беләбеҙ. Ошо тәңгәлдә бик күп саралар үтеп тора. Сираттағыһы уның... Хәйер, дауамын беҙҙең сайтта уҡып белегеҙ.#национальныепроекты

Иң боронғо тәғәмебеҙ - ҠОРОТ.
Өмөтбай ауылы "Әүлиә" ағинәйҙәр ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, ауыл китапханаһы тарафынан иғлан ителгән "Ашъяулыҡ" проекты үҙ эшен башланы. Был проект сиктәрендә ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар яңы донъя көтә башлаған йәштәрҙе, уҡыусыларҙы борон - борондан әҙерләнеп килгән аш- һыу төрҙәренә өйрәтә. Беҙ бөгөн милли аш- һыуыбыҙ булған ҡороттан үҙ эшебеҙҙе башланыҡта .Ҡорот—халҡыбыҙҙың боронғо ризыҡтарының береһе . Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы Зилә Мәсәлимова йәштәргә, уҡыусыларға ҡорот эшләү серҙәрен өйрәтте һәм күрһәтте. Йәш хужабикәләр, ҡыҙҙар эркетте үҙҙәре болғап ҡайнатып, ҡорот тоғона һалып һарҡытып та ҡуйҙылар. Ағинәйҙәр Миңлегөл Ҡужахметова, Асия Бүләкова ҡороттың файҙаһы тураһында һөйләнеләр.
Ифрат шифалы ризығыбыҙ ҡороттоң файҙалы яҡтары һанап бөткөһөҙ. Ул аҡһымға, углеводтарға, төрлө ферменттарға, микроэлементтарға, витаминдарға бай.
Ҡорот менән ашағанда, майлы аш та ҡурҡыныс түгел. Һалҡын тейгәндә ҡоротлап-борослап эҫе һурпа эсеү тирләтә, хәл индерә, тән температураһын төшөрә. Күңел болғанғанда, аҙ ҡанлылыҡтан, ауырыуҙан хәлһеҙләнгәндә лә ярҙам итә, аппетитты аса, көс-ҡеүәт бирә. Элек ҡышын урманға ҡорот менән ҡаҙы алып йөрөр булғандар – туҡлыҡлы ла, файҙалы ла ризыҡтарыбыҙ һалҡынға бирешмәҫкә көс биргән. Ҡороттоң үҙе генә түгел, эркет һыуы ла ифрат шифалы. Ул ашҡаҙанды таҙарта. Кендек инәләре борон был һыу менән яңы тыуған бәпестең кендеген эшкәрткән. Ҡуйы булып үҫһен, йылҡылдап торһон өсөн, һылыуҙар сәсен йыуған. Эркет һыуы менән баҫҡан ҡамыр ҙа, ҡойған ҡоймаҡта уңмай ҡалмай. Кипкән ҡорот бер ҡасан да боҙолмай, иҫкермәй, тәмен дә юғалтмай. .
Борон да, хәҙер ҙә ҡорот ҡайнатмаған ҡатын-ҡыҙ юҡтыр.Ә бөгөн ҡорот эшләргә өйрәнеүселәр халҡыбыҙҙың милли ризығын эшләргә өйрәнеп таралыштылар. Артабан ағинәйҙәр йәштәрҙе буҙа эшләү серенә өйрәтәсәктәр.
Әнүзә Мәжитова, йәмәғәт хәбәрсеһе.
Читайте нас в