Һаҡмар
+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
10 Ғинуар 2020, 11:10

Ярат хакимиәте кубогына хоккей

Ярат ауылында ауыл хакимиәтенең күсмә кубогына уҙған хоккей турнирында кемдәр еңеү яуланы һәм күсмә кубокка эйә булды? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Кисә Ярат ауылында ауыл хакимиәтенең күсмә кубогына хоккей буйынса турнир үтте. Унда 6 команда ҡатнашты. Ярат ауылынан - 3, Ғүмәрҙән - 2 һәм Ғәҙелбай ауылынан 1 команда көс һынашты. Уйындар бик ҡыҙыу һәм көсөргәнешле барҙы. Һәр команда бөтә көсөн йәлләмәй беренсе урын алыу өсөн тырышты. Әммә йәшлек үҙенекен итте - Ғүмәр ауылының "Аҡбуҙат" исемле йәштәр командаһы (капитаны Ишҡыуатов Рәфил) еңелеү белмәйенсә, күсмә кубокты яуланы! Уларҙан мәрәй буйынса саҡ ҡына ҡалышыусы Ғүмәр ауылының "Салауат" исемле өлкәндәр командаһы (капитаны Әхмәтйәнов Әҙеһәм Әғзәм улы) - икенсе, Яраттан "Шарлыбай" исемле өлкәндәр командаһы (капитаны Байымов Вәкил Әйүп улы) өсөнсө урынды лайыҡлы рәүештә алды. Иң күп шайба индереүсе Ишҡыуатов Рәфил "Йыл хоккейсыһы" исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ "Шарлыбай" командаһынан уйынсы Байымов Вәкил Әйүп улын һәм Сәйғәфәров Рим Нурислам улын “Иң оҫта уйынсылар” тип билдәләнде.

Хоккей турнирын К.Әхмәтов етәкселегендәге ойоштороу комитеты бик тә оҫта итеп уҙғарырға өлгәште. Бының өсөн Ярат ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Йәнбирҙин, "Мырҙаҡаев" КФХ-һы етәксеһе Айҙар Мырҙаҡаев, бригадиры Мирғәле Иҫәндәүләтов, Ғүмәр ауылы мәсете имам-хатибы Әҙеһәм Әхмәтйәнов күп көс һалды. Ярышта ҡатнашыусыларҙы командаларҙы һәм тамашасыларҙы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре эҫе сәй менән һыйлап, сара бик тә файҙалы һәм күңелле үтте.

Читайте нас в