Һаҡмар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
19 Декабрь 2019, 10:40

Мерәҫтәр тракторлы булды!

Мерәҫ ауылы биләмәһендә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” уңышлы эшләй. Уның һөҙөмтәһен күргән ауыл халҡы уға ныҡлы ышана. 2018 йылда был программа ярҙамында мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы тулыһынса яңыртылған, ингән урын алмаштырылған. Ағымдағы йылда иһә улар трактор кәрәклеге хаҡындағы проектты яҡлап сыҡҡайны. Әле программаның 2-се турын да уңышлы үттеләр. Программала ҡатнашыуҙың һөҙөмтәһе ниндәй? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Мерәҫ ауылы биләмәһендә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” уңышлы эшләй. Уның һөҙөмтәһен күргән ауыл халҡы уға ныҡлы ышана. 2018 йылда был программа ярҙамында мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы тулыһынса яңыртылған, ингән урын алмаштырылған. Ағымдағы йылда иһә улар трактор кәрәклеге хаҡындағы проектты яҡлап сыҡҡайны. Әле программаның 2-се турын да уңышлы үтеп, тракторлы булдылар. Ошо көндәрҙә ул ауылға ҡайтарылды. Был тантаналы минуттарҙы оҙаҡ көткән халыҡ тракторҙы ҡаршы алырға урамға сыҡты.

Мерәҫ ауылы халҡы киләһе йылда ла был программала ҡатнашырға иҫәп тота.