Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
19 Декабрь 2019, 13:00

Балаларға - Ҡыш бабай бүләге

Түбә ауылы балалары өсөн Яңы йыл мөғжизәләре башланды ла инде. Ауыл биләмәһе хакимиәте “Ғаилә” муниципаль үҙәк хеҙмәткәрҙәре менән берлектә 5 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн Яңы йыл кисәһе ойошторҙо. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Түбә ауылы балалары өсөн Яңы йыл мөғжизәләре башланды ла инде. Ауыл биләмәһе хакимиәте Ғаилә” муниципаль үҙәк хеҙмәткәрҙәре менән берлектә 5 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн Яңы йыл кисәһе ойошторҙо.

Балалар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән менән берлектә шыршы тирәләй йырҙар йырланы, бейеп күңел асты. Һуңынан инде Ҡыш бабай уларға тәмле күстәнәстәрен һәм бүләктәрен таратты. Балалар ҙа буш ҡалманы. Улар рәхмәттәрен шиғырҙар, йырҙар һәм бейеүҙәр аша белдерҙе. Шулай итеп, Яңы йыл бары тик матур мөғжизәләр генә килтерһен!