Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
18 Декабрь 2019, 17:45

Һәр кем мөғжизә көтә

Ысынлап та, мөғжизәне беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән булдырабыҙ, тыуҙырабыҙ. Буранбай ауылында ла Яңы йыл байрамын ҡаршы алыуға ҙур әҙерлек бара. Йыл һайын ауылдың бер урамында йәшәүселәр бар тырышлығын һалып, яңы йыл ҡаласыҡтары төҙөп, күңелле итеп бал-маскарад үткәрә. Был юлы ниндәй ауыл тураһында һүҙ бара? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ысынлап та, мөғжизәне беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән булдырабыҙ, тыуҙырабыҙ. Буранбай ауылында ла Яңы йыл байрамын ҡаршы алыуға ҙур әҙерлек бара. Йыл һайын ауылдың бер урамында йәшәүселәр бар тырышлығын һалып, яңы йыл ҡаласыҡтары төҙөп, күңелле итеп бал-маскарад үткәрә.

2017 йылда - ауылдың түбән яҡта йәшәүселәр, 2018 йылда Мәкәр урамындағылар уҙғарҙы. Быйыл иһә сират Тирәк урамында йәшәүселәргә килеп еткән. Ошо көндәрҙә улар шыршы ҡаласағын төҙөп тә ҡуйҙылар. Шул уңай менән ауылда ҙур байрам үтте. Ауыл халҡы тырыш та, ихлас та, сәмле лә, дәртле лә! Афарин!

Читайте нас в