Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
18 Декабрь 2019, 18:50

Әкиәт ҡаласығы ҡалҡты

Ишей - иң төпкөл, Йылайыр һәм Бөрйән райондарына сиктәш булып, ҡуйы ҡарағайҙар, бейек тауҙар итәгенә һыйынып урынлашҡан ауыл. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бында әүҙем халыҡ йәшәй.

Ишей - иң төпкөл, Йылайыр һәм Бөрйән райондарына сиктәш булып, ҡуйы ҡарағайҙар, бейек тауҙар итәгенә һыйынып урынлашҡан ауыл. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бында әүҙем халыҡ йәшәй.

Районда мәғариф учреждениелары араһында Яңы йыл байрамын ҡаршылап, иң матур “Әкиәт ҡаласығы” төҙөү буйынса ярыш иғлан ителгәс тә, мәктәпкәсә йәштәге төркөм был сараға ҡушылды. Ауыл халҡы ла уларға ихлас ҡушылды. Атайҙар ярҙамында тиҙ арала ҡар ҡаласығы ҡалҡып сыҡты. Ҡарҙан һындар әүәләүҙе Әлфиә Файзуллина үҙе башҡарып сыҡты.

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡар ярҙамында балалар баҡсаһы майҙансығы сихри әкиәт доньяһына әйләнде.