Һаҡмар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
9 Декабрь 2019, 08:05

Иле берҙәмдең – көнө берҙәм

Моҡас ауылы халҡы бер тынала үҙҙәрен борсоғандарҙы әйтеп һалды. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе беҙ урында хәл итергә тырыштыҡ. Иң тәүҙә Баймаҡ почтамты начальнигы Альбина Шәһәҙәтоваға бәйләнешкә сыҡтыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, Альбина Рафаэль ҡыҙы проблеманы шунда уҡ хәл итте. Ул Моҡасҡа тиҙ арала гәзит-абонент шкафы ебәрергә һүҙ бирҙе. 8 ячейкалы был шкаф ауыл уртаһына ҡуйылып, һәр береһенең асҡысы буласаҡ. Кәрәк булһа, тағы ла бер шкаф бүләсәген белдерҙе почта етәксеһе. Әлбиттә, был хәбәр ауыл халҡын бик ҡыуандырҙы һәм улар дәррәү “Һаҡмар” гәзитенә яҙылды.

Бай тарихы, арҙаҡлы шәхестәре, уңған һәм эшһөйәр халҡы менән билдәле булған Беренсе Моҡас ауылы бөгөн еңел булмаған осор кисерә. Ирәндек төбәге халҡын берләштереп торған “Ирәндек” совхозының тарҡалыуы, эш булмауы, шунлыҡтан йәштәрҙең ситкә китеүе арҡаһында әле был төйәктә нигеҙҙә хаҡлы ялдағылар һәм урта йәштәгеләр йәшәй. Балаларҙың булмауы арҡаһында башланғыс мәктәп ябылған, клуб та, фельдшер-акушерлыҡ пункты ла эшләмәй. Ауыл бәләкәй булғанлыҡтан бында айырым почтальон тотоу ҙа мөмкин түгел – шунлыҡтан халыҡ гәзит-журналдарға яҙыла алмай, төрлө хат-корреспонденцияларҙы алыу ҙа оло проблемаға әүерелә. Моҡаста магазин да юҡ. Бына ошондай проблемалар менән йәшәп ята бөгөн ауыл халҡы.

Моҡастарҙың саҡырыуы буйынса ошо көндәрҙә ауылда булып, халыҡ менән осрашып ҡайттыҡ. Кешеләр үрҙә телгә алынған проблемаларҙы күтәреп сыҡты. “Бына егерме йыл тирәһе инде беҙгә Баймаҡ районы хакимиәтенән бер етәксе лә килеп, осрашыу ҙа үткәргәне, хәлебеҙҙе лә һорашҡаны юҡ. Проблемалар иһә хаттин ашҡан. Оло һәм урта быуын кешеләре йәшәгәнлектән беҙгә даими рәүештә фельдшер кәрәк. Ошоғаса оҙаҡ йылдар Ғәлиә Айытбаева фельдшер булып намыҫлы эшләне, үкенескә ҡаршы, мәрхүмә булып ҡалды. Уға әле лә рәхмәт уҡыйбыҙ. Шул уҡ ваҡытта почта хеҙмәте лә етди проблема. Район баҫмаһы “Һаҡмар”ға яҙыла алмайбыҙ, кәрәкле хаттарҙы ла Баймаҡтың үҙенән барып алабыҙ. Урамдарҙы яҡтыртыу ҙа күптән өлгөргән мәсьәлә. Был хәл ҡасанға тиклем дауам итер икән? Нишләп беҙҙең хәл-торош менән берәү ҙә ҡыҙыҡһынмай?”
Моҡас ауылы халҡы бер тынала үҙҙәрен борсоғандарҙы әйтеп һалды. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе беҙ урында хәл итергә тырыштыҡ. Иң тәүҙә Баймаҡ почтамты начальнигы Альбина Шәһәҙәтоваға бәйләнешкә сыҡтыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, Альбина Рафаэль ҡыҙы проблеманы шунда уҡ хәл итте. Ул Моҡасҡа тиҙ арала гәзит-абонент шкафы ебәрергә һүҙ бирҙе. 8 ячейкалы был шкаф ауыл уртаһына ҡуйылып, һәр береһенең асҡысы буласаҡ. Кәрәк булһа, тағы ла бер шкаф бүләсәген белдерҙе почта етәксеһе. Әлбиттә, был хәбәр ауыл халҡын бик ҡыуандырҙы һәм улар дәррәү “Һаҡмар” гәзитенә яҙылды.
Башҡа проблемаларҙы беҙ Моҡас ауыл биләмәһе башлығы Илдар Бүләкәновҡа еткерҙек. Әйтергә кәрәк, йәш булыуына ҡарамаҫтан, Илдар Рафиҡ улының халыҡ араһында абруйы бар, ул урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша. Етәксе билдәләүенсә, ошо көндәрҙә Моҡас ауылы урамдарын яҡтыртыу мәсьәләһе хәл ителәсәк. Ә бына ФАП-ты эшләтеп ебәреү өсөн фельдшер талап ителә, был мәсьәлә өйрәнелә. “Беренсе Моҡас халҡы берҙәм, тырыш булыуы менән айырылып тора, – тип билдәләне И.Бүләкәнов. – Улар өмәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша, ауылды төҙөкләндерергә тырыша. Яңы өй төҙөгән ғаиләләр ҙә бар: Фәнис Еникеев, Әмир Сәфәрғәлин һәм Исҡужа Юнысовтар әле йорт күтәрә. Миңзәлә менән Илтуған Булатовтар, Алһыу менән Азамат Сөләймәновтар, Миңзәлә менән Нурғәле Дилмөхәмәтовтар, Сәймә менән Рәүеф Ҡәйепҡоловтар, Зилә менән Азат Вәлиевтар, Әлфирә менән Рәсих Мөхәмәтйәровтар, Миңнур менән Фангиз Буранбаевтар, Фәриҙә менән Фирғәт Еникеевтар, Айһылыу менән Рәйес Байғоловтар, Гөлсөм менән Буранбай Булатовтар, Зөлфирә менән Ураз Шәриповтар – ауылдың иң уңған ғаиләләре. Улар матур итеп донъя көтә, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Ә бына барлыҡ тормош юлын намыҫлы хеҙмәткә арнаған, урындағы хужалыҡты үҫтереүгә күп көс һалған ветерандар Ғәзимә менән Фәрхәт Мөхәмәтйәровтар, Ғилминиса Иҙрисова, Вәли Айытҡолов ауылдың иң оло, хөрмәтле шәхестәре булып һанала, ысын өлгө булып тора. Ауыл старостаһы Ураз Шәрипов һәм ауыл Советы депутаты Рәсих Мөхәмәтйәров халыҡ мәнфәғәтендә ҙур эштәр алып бара”. Иле берҙәмдең – көнө берҙәм, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Беренсе Моҡас ауылы халҡы бөгөн берҙәм булып донъя көтә, иртәнге көн хәстәре менән йәшәй. Тап берҙәм, илһөйәр булғанда ғына тыуған төйәгенең киләсәге барлығын яҡшы аңлай улар.
Азамат Мөхәмәтшин.
Читайте нас в