Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
22 Октябрь 2019, 11:36

Тыуған урамға – асфальт

Районда “Тыуған урам” программаһы буйынса Төркмән һәм Йомаш ауылдарындағы берәр урамға асфальт япмаһы түшәлә, тип белдергәйнек инде. Төркмәндә эштәр тамамланған. Бөгөн иһә юлсылар - Йомаш ауылында.

- 200 метр булһынмы йәки 1,5 километрмы, ләкин унда асфальт япмаһы түшәлгән булырға тейеш. Ауыл халҡы өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу мөһим. Бигерәк тә яҙғы һәм көҙгө миҙгелдә юл йөрөү ауырлыҡ тыуҙырырға тейеш түгел. Йәйгеһен дә урамда саң борҡоп ята, ҡайһы бер осраҡта асыҡ һауала кер киптереү ҙә мөмкин түгел. Ни тиһәң дә, беҙ 21-се быуатта йәшәйбеҙ, - тип белдергәйне БР Башлығы Радий Хәбиров был проектҡа ҡул ҡуйғанда.
Районда “Тыуған урам” проектын тормошҡа ашырыу бурысы Баймаҡ юл төҙөлөш-ремонтлау идаралығына йөкмәтелгән. Был тәңгәлдә юлсылар эште ойошҡанлы алып бара. Оҙаҡламай йомаштар яңы асфальт буйлап йөрөй башлаясаҡ.
Читайте нас в