Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
8 Октябрь 2019, 17:25

Халҡыбыҙҙың йөҙө – милли эсемлектәрҙә

Ишмөхәмәт ауыл биләмәһендә “Айыҡ ауыл” конкурсына ҡушылыу быйыл ҡыш айҙарында уҡ башланды. Оператив кәңәшмәләрҙә һәр кем был темаға ҡарата үҙенең уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты. Көмөшкә һатыусыларға ҡаршы көрәш көсәйтелде: ауыл активистары ҡатнашлығында рейдтар үткәрелде, участка уполномоченныйҙары саҡыртылды, әңгәмәләр ойошторолдо. Һөҙөмтәлә көмөшкә һатыусыларҙың эсемлеге экспертизаға ебәрелде. Шулай итеп, спиртлы эсемлек һатыусылар тыйылды. #Трезвоесело2019#Айыҡауыл2019

Хакимиәт башлығы Илнур Ишмөхәмәтов “Айыҡ ауыл” конкурсына бар йәмәғәтселекте саҡырып мөрәжәғәт итте. Махсус ҡарар ҡабул итеп, барлыҡ саралар, эштәр тамырҙары тәрәнгә үтеп ингән “эскелек” төшөнсәһен тар-мар итеүгә йүнәлтелде. Республика етәксеһе Радий Хәбировтың алкоголизмға ҡаршы көрәшен бар халыҡ хупланы. Быйылғы айныҡ һабантуйҙар, башҡа саралар кешеләрҙең араҡыһыҙ ҙа матур итеп уйнап-көлөп күңел асырға була икәнлеген иҫбатланы. Ауылда үткәрелгән “Урам байрамы” иң күңелле һәм сағыу сараларҙың береһе булып иҫтә ҡалды. Сентябрь айындағы һайлауҙар алдынан, сәйәси кампания ваҡытында һәм унан һуң ойошторолған саралар эскелеккә ҡаршы көрәшкә, айыҡ тормошто пропагандалауға арналды. Логотиптар, эмблемалар, листовкалар, мәғлүмәти стендтар эшләнде. Яңы һайланған депутаттар Асия Үлйәбаева, Фәнисә Сәфәрғәлина “Беҙ эскелеккә ҡаршы” тип яҙылған рамка тотоп, урамда кешеләр менән әңгәмә үткәрҙе һәм социаль селтәрҙәргә һалды. Сәскә байрамында халыҡ ихлас ҡатнашты. Хәҙер ишмөхәмәттәрҙең күбеһе баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, ҡарбуз, виноград үҫтереүселәр ҙә оҫтара бара. Һөнәре буйынса агроном Әхмәт Раҡаев үҙ баҡсаһында ниндәй генә йәшелсә, емеш-еләк үҫтермәй! Хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандары Вәзирә Абдрахманова, Миңһылыу Әбүбәкирова, Зәйтүнә Әхмәтова, Хазина Йәрмуллина, элемтәсе Рәйлә Мансурова кеүек ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең ишек алдарында күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр үҫтерә. Ветеран уҡытыусы Венера һәм Илдар Юлановтарҙың ихатаһы сәскә батшалығына тиң.

Быйыл йәрминкәләр уғата күңелле үтте. Мәктәптең спорт залында бер юлы волейбол ярыштары ла ойошторолдо. Ир-егеттәр командаһы тирә-яҡта алдынғылыҡты бирмәй. Ғәҙел, Ғәлим Язаровтар, Илнур, Айҙар Ғәлиндар, Данияр Үлйәбаев, Илфат Әбүбәкиров һ.б. йәштәр өмөтлө спортсылар булып һанала. Һайлау көнөндә ойошторолған Матбуғатҡа яҙылыу сараһы бик ойошҡанлы үтте, ул ысын байрам төҫөн алды.

Яңыраҡ ойошторолған “Айыҡ ауыл” конференцияһы бик фәһемле булыуы хәтерҙә ҡалды. Сара яҡташыбыҙ Альберт Салауатов һәм уның дуҫтарының концерты менән үрелеп барҙы. Ауыл старостаһы Сынбулат Йәрмуллин араҡының организмға зыяны тураһында лекция һөйләне. Ҡор башы Хәлим Сәфәрғәлин “Наркомания һәм уның эҙемтәләре” темаһына сығыш яһаны. Хакимиәт башлығы Илнур Ишмөхәмәтов “Айыҡ ауыл” конкурсының үтәлеше, киләсәккә эштәр планы тураһында бәйән итте.

Йәмәғәт хәбәрсеһе Хазина Исҡужина эскелеккә ҡаршы яҙылған балаларҙың ижад емештәре менән таныштырҙы. 4-8-се класс уҡыусылары иншалары араһында бик төплө, дәлилләп, үҙ фекерен белдереп яҙылғандары байтаҡ. Улар халыҡ йыйылған конференцияла уҡылды. Шуларҙың бер нисәһе менән таныштырып үтәйек. “Ауылыбыҙ “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Был беҙҙең өсөн бик кәрәкле аҙым. Сөнки ауылда хәмер менән шаярған ағай, олатай, ҡайһы саҡ инәйҙәрҙе лә күреп ҡалабыҙ. Бик ҡыҙғаныс хәл”, – тип яҙа Илгинә Баймөхәмәтова. “Мин – башҡорт балаһы. Беҙҙе бар иткән – ул ил һәм тел. Ватаным, милләтем өсөн көрәшеп йәшәргә уйым. Минең ҙур теләгем бар, ул яңы заман башҡорто булыу. Ул эсмәҫкә һәм тартмаҫҡа тейеш. Шул уҡ ваҡытта заман башҡорто проблемалар алдында баҙап ҡалмаҫ. Үҫкәс, үҙемдең футбол командаһын булдырырға, ареналар төҙөргә теләйем. Яңы заман башҡортон мин шулай тип күҙ алдына килтерәм”, – ти Рәсих Үлйәбаев.

Ошо көндәрҙә Ишмөхәмәт ауылында бик тә үҙенсәлекле сара – театрлаштырылған тамаша үтте. Ул “Халҡыбыҙҙың йөҙө – милли эсемлектәрҙә” тип аталды һәм “Айыҡ ауыл–2019” конкурсы сиктәрендә уҙҙы. Был сараның Халыҡ-ара ололар көнөндә үткәрелеүе уның баһаһын бермә-бер күтәреп ебәрҙе.

...Ишмөхәмәт ауыл клубы, уның биләмәһе матур итеп биҙәлгән, милли эсемлектәрҙе, айыҡ тормошто пропагандалаған стендтар эленгән. Халыҡ күпләп йыйылған, өлкәндәр менән бер рәттән, йәштәр ҙә, мәктәп уҡыусылары ла килгән был байрамға. Кисәне ауыл Советы депутаты, китапханасы, сценарий авторы Асия Үлйәбаева менән ауыл Советы депутаты, “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзаһы Гүзәл Зәйнетдинова бик оҫта алып барҙы.

Ололарҙы Ишмөхәмәт мәктәбе уҡыусылары нәфис һүҙ, йыр, ҡурай моңдары менән тәбрикләгәндән һуң, ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ишмөхәмәтов барыһын да байрам уңайы менән ҡотланы. Һуңынан Илнур Мансур улы 60, 70, 80 йәшлек юбилейҙарын билдәләүсе Мөнирә Янышева, Баныу Янышева, Зәйтүнә Арсланова, Вазифа Бейешева, Миңзәлә Мөнироваға ауыл Советының Почет грамоталарын һәм бүләктәрен тапшырҙы.

“Халҡыбыҙҙың йөҙө – милли эсемлектәрҙә” сараһында ҡымыҙ, буҙа, үлән сәйҙәренә мәдхиә йырланды, был хаҡта ауылдың имам-хатибы Азамат Тимербулатов, староста Сынбулат Йәрмуллин, хеҙмәт ветерандары Әхмәт Раҡаев, Хазина Исҡужина үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Көнһылыу Үлйәбаева, Гөлсәсәк Мурзаянова, Тәнзилә Тимербулатова (йыр), Әхмәт Раҡаев, Фирҙәүес Янышева, Сәрүәрә Әхмәрова (нәфис һүҙ), Миңһылыу Сәлимова (бейеү), “Умырзая” ансамбленең сығыштары байрамға сағыу төҫ өҫтәне. Халыҡҡа мөрәжәғәт ҡабул ителде.

“Беҙ араҡы эсмәйбеҙ, беҙ буҙа, ҡымыҙ эсәбеҙ!” – тип тамамланы байрамды ишмөхәмәттәр.

Һуңынан халыҡ ошо ауыл фермеры Ғәлинур Ишмөхәмәтов бүлгән ҡорбан итенән аш мәжлесенә йыйылды. Әйткәндәй, эшҡыуар ҡорбанлыҡ тана һуйып, уны ауылдаштарына, Янғаҙы, Байыш ауылдарына һәм Сибайҙағы ҡарттар йортона таратҡан икән. Афарин!

Азамат Мөхәмәтшин,

Хазина Исҡужина.