Һаҡмар
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
11 Сентябрь 2019, 13:11

Беҙ айыҡ тормош яҡлы!

“Айыҡ ауыл-2019” республика конкурсына Үрге Яйыҡбай иң беренселәрҙән булып ҡушылды. Был ауылда бик әүҙем, тыуған төйәгенең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып-көйгән халыҡ йәшәй. Бында йәмәғәт ойошмалары әүҙем эшләй, айырыуса Ғәфүр Рахманғолов етәкләгән ир-егеттәр ҡоро ауыл инфраструктураһын үҫтереүгә күп көс һала.#Трезвоесело2019#Айыҡауыл2019

– Беҙҙе ҡор сәләмәт тормошто әүҙем пропагандалау, ошо юҫыҡта төрлө спорт саралары үткәреү, эскелеккә ҡаршы аяуһыҙ көрәш, ауылды төҙөкләндереү, был эшкә бар халыҡты йәлеп итеүҙе, өмөтлө быуын тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуя, – ти ҡор рәйесе. – Алдан саралар планы төҙөп, уны үҙебеҙҙең активта тикшерәбеҙ, ҡабул итәбеҙ, яуаплылар билдәләйбеҙ. Ир-егеттәр ҡорон былтыр ноябрҙә ойоштороп, байтаҡ эштәр атҡарырға өлгәштек. Волейбол, футбол, хоккей буйынса ярыштар үткәрелде, унда күрше ауылдар командалары ла саҡырылды. Үҙебеҙ ҙә булған ярыштарҙа әүҙем ҡатнаштыҡ. Ауылыбыҙҙа “Йәгеҙ әле, егеттәр!”, “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” уйыны гөрләп үтте; саңғы, ат спорты ярыштары, балалар өсөн төрлө уйындар ойошторолдо. Шуныһы үҙенсәлекле, ярыштар тик “Айыҡ ауыл” сиктәрендә үтә, унда эскелеккә бөтөнләй урын юҡ. Бөтә сараларҙа ла мотлаҡ рәүештә айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыу тураһында сығыштар яһайбыҙ. Уҡ атыу, йүгереү, гер күтәреү буйынса эстафета ойоштороп, уны күрше ауылдарға тапшырмаҡсыбыҙ.

Ауылдың ир-егеттәре урындағы мәсет төҙөлөшөнә тос өлөш индерҙе. Аҙна һайын, хатта аҙнаһына 2-3 тапҡыр өмәләр ойошторҙоҡ, унда кәмендә унлаған ир-егет ҡатнашты.

Әлбиттә, төп көс эскелеккә ҡаршы көрәшкә йүнәлтелде. Маҡсатлы эш һөҙөмтәһендә бөгөн ауылда “йәшел йылан” менән һатыу иткән бер “нөктә” лә юҡ. Эскән кешеләр ҙә ныҡ кәмене. Элек эскелек менән мауыҡҡан ғаиләләрҙең хәҙер инде ең һыҙғанып донъя көтөргә ынтылыуы ҡыуандыра.

“Айыҡ ауыл” республика конкурсын дәррәү күтәреп алып, унда ҡатнашырға теләк белдерҙек. Әле был йүнәлештә тейешле эш алып барыла. Бер үк ваҡытта ҙур итеп “Айыҡ ауыл” плакатын эшләттек, баннерҙарға заявка бирҙек. Ошо арала уларҙы ҡуйып сығасаҡбыҙ.

Республика кимәлендәге конкурстан Байыш менән Ишмөхәмәт ауылдары халҡы ла ситтә ҡалманы. Ошо хаҡта Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ишмөхәмәтов бына нимә ти:

– ”Айыҡ ауыл-2019” бәйгеһенә ҡушылып, беҙ сәләмәт һәм айыҡ тормошто пропагандалау, ауылдарҙа халыҡты спортҡа ылыҡтырыу, йәмәғәт институтының бәҫен күтәреү буйынса ҙур эштәр атҡарырға ниәтләйбеҙ. Әйтергә кәрәк, был йүнәлештә беҙҙә тейешле саралар күптән алып барыла, урындағы ир-егеттәр, ҡоролтай, башҡа йәмәғәт ойошмаларының көсө менән эскелеккә ҡаршы көрәш әүҙем ойошторолған. Ауыр хәлдә йәшәгән ғаиләләрҙе “Ағинәйҙәр” ойошмаһы шефлыҡҡа алды, уларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Был, әлбиттә, үҙенең һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмай. Даими рәүештә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында волейбол, футбол буйынса ярыштар үткәрелә. Һуңғы осорҙа беҙҙә скандинав йөрөшө популярлыҡ яулай бара.

Беҙ айыҡ тормош яҡлы һәм ошо йүнәлештә алып барылған эштәр үҙенең емештәрен бирер тип ышанам.

Читайте нас в