Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
6 Август 2019, 13:28

Ауыл хеҙмәтсәне ярҙамға мохтаж

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә ошо мәсьәлә тикшерелде

Билдәле булыуынса, быйылғы йыл ауыр хеҙмәтсәнен бер ҙә ҡыуандырманы. Йәй айҙарында бөтөнләй тиерлек яуым-төшөм булмауы, көндәрҙең саманан тыш эҫе тороуы, туҡтауһыҙ ҡыуан ел иҫеүе арҡаһында төбәк аяуһыҙ ҡоролоҡҡа дусар булды. Бының кире эҙемтәһе һәр кемгә мәғлүм. Һөҙөмтәлә бөгөн ауыл хужалығы предприятиеларына, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына, шәхси секторға малға нисек аҙыҡ әҙерләү проблемаһы килеп баҫты. Көндәрҙең эҫе тороуы арҡаһында болон-ҡырҙарҙа үлән янып-көйҙө, иген, мал аҙығы, техник культуралар ҙа ҙур зыян күрҙе. Һөҙөмтәлә район хакимиәте ҡарары менән беҙҙә 29 июндән ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде.


Сер түгел, беҙҙең төбәк халҡы бындай афәтте бер быйыл ғына кисермәй, ундай һынауҙы әллә нисә тапҡыр үтте. Шуға ла күптәр унан нисек тә булһа сығыу яғын эҙләй, төрлөсә баш вата, проблеманы хәл итеү юлдарын табырға тырыша. Әле ауыл хужалығы предприятиеларында һәм КФХ-ларҙа мал аҙығы әҙерләү дауам итә. Бөгөнгә 13369 гектарҙа үлән сабылған, 7850 тонна бесән, 7875 тонна сенаж һәм 550 тонна силос әҙерләнгән. Иң яҡшы күрһәткес ленин исемендәге АХК- ла – унда 1170 тонна бесән һәм 3452 тонна сенаж тупланған. “Р.Рәсүлев”, “И.Байегетов”, “А. Хөсәйенов”, “А.Мырҙаҡаев” КФХ-ларында, “Рассвет”, “Салауат” ЯСЙ-ларында ла мал аҙығы әҙерләү ойошҡанлы бара. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге белгестәре билдәләүенсә, район буйынса 80 процент мал аҙығы тупланған, тағы ла 2 мең тонна бесән һәм Күлтабандағы мегаферма өсөн ошондай күләмдәге мал аҙығы талап ителә.

Ҡайһы бер хужалыҡтар, КФХ-лар ситтә бесән әҙерләү сараһын да күрә – шунһыҙ мөмкин түгел. Ҡырмыҫҡалы, Архангель, Хәйбулла райондары, күрше Силәбе өлкәһе менән килешеү нигеҙендә эшләгән фермерҙар бар. Әммә бында төп проблема – мал аҙығын ташыу, сөнки транспорт өсөн киткән сығымдар ҡот осҡос. Ошоноң менән бәйле, район хакимиәте республика етәкселегенә транспорт сығымдарын ҡаплауҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Кисә, йәғни 5 августа, Башҡортостан Хөкүмәтендә БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән кәңәшмәлә республиканың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов шулай тип белдерҙе: “Ҡоро һауа шарттары арҡаһында Урал аръяғында мал аҙығы әҙерләү менән бәйле киҫкен хәл килеп тыуҙы, унан айырыуса Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары ҙур зыян күрҙе. Бигерәк тә шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ҙур борсолоу тыуҙыра. Әле күрше райондарҙан мал аҙығы килтереү проблемаһы ҡарала. Ошо райондарҙың шәхси хужалыҡтарына һәм ауыл хужалығы предприятиеларына ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе тикшерелә. Аҙна аҙағына ҡәҙәр аныҡ ҡарар ҡабул ителәсәк һәм кәрәкле сумма билдәләнәсәк. Иң насары – аҙыҡ булмау арҡаһында малдың күпләп һуйылыуы ихтимал”.


Әйтергә кәрәк, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, ауыл хужалығы предприятиелары, КФХ-лар бындай ярҙамға ысынлап мохтаж. Мәлендә тейешле хәстәрлек күрелһә, мал да, хужалыҡтар ҙа имен ҡаласаҡ. Юғиһә, кеше ҡайғыһында ҡутара аҡса эшләүселәр ҙә күбәйеп китте һуңғы осорҙа. Бөгөн районыбыҙ ауылдарына ситтән килеп рулоны 2500 һум менән бесән һатыусылар артҡандан-арта. Алып-һатарҙар тәүҙә төргәктең берәүһен 1500 һум менән тәҡдим иткәндәр. Һатып алыусыларҙың күп булыуын иҫәпкә алып, улар хаҡты тағы ла күтәргән. Ә 25 килограмм тартҡан пресланған бесәндең хаҡы – 150 һум. Һатып алыу хаҡтарының йәнә үҫмәүенә берәү ҙә гарантия бирә алмай. Етмәһә, урындарҙа йәшәүсе ҡайһы бер кешеләр ҙә уның күтәрелеүенә булышлыҡ итә икән. Тимәк, был тәңгәлдә ауыл хеҙмәтсәненә дәүләттән мотлаҡ ярҙам кәрәк, юғиһә әлеге алыпһатарҙар, элеккесә әйткәндә спекулянттар, халыҡты ыштанһыҙ ҡалдырасаҡ.


Билдәле, аяуһыҙ ҡоролоҡ иген, мал аҙығы, техник культураларҙың уңышына ла кире йоғонто яһаны. Тупраҡта дым булмауы, көндәрҙең эҫе тороуы арҡаһында ашлыҡ быйыл үткән йылдарҙағына ҡарағанда байтаҡҡа иртәрәк өлгөрә. Райондың агрономия хеҙмәте белдереүенсә, бөгөн арпа, һоло, борсаҡ баҫыуҙарында ураҡҡа төшөргә мөмкин. Иртә сәселгән бойҙай сәсеүлектәре лә оҙаҡламай өлгөрә.


Ҡоролоҡ арҡаһында быйыл яҡшы уңыш алыу мөмкин түгел, Йылайыр, Һаҡмар зонаһының ҡайһы бер фермер хужалыҡтарында ул бөтөнләй янып юҡҡа сыҡты. Шуның өсөн әле булған уңышты түкмәй-сәсмәй йыйып алыу фарыз.


Райондың ҡайһы бер хужалыҡтарында урып-йыйыу эштәре башланды. Бөгөн “Р.Рәсүлев”, “Б.Миңлебаев” КФХ-ларында, “Урал аръяғы-Агро” МТС-ының Баймаҡ филиалында, ҡайһы бер фермер хужалыҡтарында ураҡҡа төштөләр. Радик Рәсүлев етәкләгән хужалыҡ, мәҫәлән, арпа һуғыу менән шөғөлләнә. Гектар ҡеүәте – 8 центнер.


Һуңғы көндәрҙә бер аҙ ямғырҙар яуыуы, көндәрҙең һыуытыуы, әлбиттә, яҡшы, әммә унан ауыл хужалығы культураларына файҙа булмаясаҡ. Һуңыраҡ сәселгән һәм емгә тулышыу мәлен кисергән культуралар өсөн уның һөҙөмтәһе булыр тип ышанайыҡ.