Һаҡмар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
2 Август 2019, 17:42

"Райондың айыҡ ауылы" конкурсы тураһында

Башҡортостанда "Айыҡ ауыл" республика конкурсы дауам итә. Район кимәлендә заявкалар ҡабул итеү 15 авгусҡа тиклем оҙайтылды.


Конкурсанттар 30 ноябрға тиклем "Райондың айыҡ ауылы" исемле сара үткәреп, айыҡ тормошто пропагандаларға тейеш. Уның тәүге этабында конкурста ҡатнашыусылар эскелеккә, тәмәкегә, наркоманияға ҡаршы һәм һау-сәләмәт тормош өсөн көрәш алып барып һәм уның һөҙөмтәһе менән ойоштороусы комитетты таныштыра.


Икенсе этап - һайлап алыу туры 1 сентябрҙән үтә. Был юлы районда еңгән конкурсанттар ҡатнаша. Еңеүселәр 30 ноябргә тиклем билдәле була, тип ойоштороусылар хәбәр итә.


Республика этабына заявкалар 1 декабрҙән ҡабул ителә. Конкурсанттар ауылы менән сығыш яһарға тейеш булалар. Унан Интернет-һайлау юлы менән еңеүсе билдәләнә.



Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Айыҡ ауыл-2019" конкурсы Башҡортостандың ауыл биләмәләре араһында үтә. Конкурста ҡатнашасаҡ ауылдан сыҡҡан йондоҙҙар, журналистар, йәмәғәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең миҫалында айыҡ тормошто пропагандалай ала. Социаль селтәрҙәрҙә, гәзит-журналдарҙа баҫылған яҙмаларҙа #Трезвоесело2019 йәки #Айыҡауыл2019 хештектарын ҡулланыу һәм ауыл, районды яҙып ҡуйыу талап ителә.



Конкурста еңеүселәр БР Хөкүмәте дипломын һәм аҡсалата премия ала:


— беренсе урын — 500 мең һум;

— икенсе урын — 250 мең һум;

— өсөнсө урын — 150 мең һум.



Аҡсалата бүләк ауыл биләмәһенә бирелә. Шулай уҡ йәнә финалға үткән 12 конкурсант 25 мең һум аҡса һәм диплом менән бүләкләнәсәк. Ә инде интернетта #Трезвоесело2019, #Айыҡауыл2019, хештегын ҡулланған 20 әүҙем ҡатнашыусы уҡытыусы, журналист, пенсионер, мәҙәниәт хеҙмәткәре, спортсы һ.б.БР Хөкүмәтенең дипломы һәм 10-ар мең премия менән бүләкләнә.


Тулыраҡ мәғлүмәтте http://kurultay-ufa.ru/ru/2019/04/09/положение-о-республиканском-конкурс-2/ сайтында алырға мөмкин.



Приложение №1

к Положению о республиканском

конкурсе «Трезвое село 2019 года»

среди муниципальных образований

(сельских поселений) Республики Башкортостан


Предварительный график мероприятий в рамках проведения конкурса «Трезвое село - 2019»


Дата

Наименование мероприятия


I этап конкурса

20.07.2019-

30.11.2019

Районный этап конкурса «Трезвое село-2019»

20.07.2019-

15.08.2019

Прием заявок на районный этап конкурса

(Администрация муниципального района)

15.08.2019-

19.11.2019

Организация и проведение мероприятий, оформление документов

20.11.2019- 30.11.2019

Организация и проведение публичной защиты презентаций (по отдельному графику Администрации муниципального района)

II этап конкурса

01.12.2019-

29.02.2020

Республиканский этап конкурса «Трезвое село-2019»

01.12.2019-

07.12.2019

Прием заявок на республиканский этап конкурса (МСОО ВКБ).

07.12.2019-

23.02.2020

Организация мероприятий в населенных пунктах – участниках конкурса, оформление документов

24.02.2020-

28.02.2020

Организация и проведение публичной защиты презентаций (по отдельному графику Оргкомитета)

01.03.2020-

10.03.2020

Интернет-голосование для определения победителей конкурса

До 20.03.2020

Подведение итогов, награждение победителей




Читайте нас в