Һаҡмар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
19 Февраль 2019, 17:48

Иҫке сибайҙа экологик хәл нисек?

Ауыл халҡы менән осрашыуҙа ошо мөһим мәсьәлә тикшерелдеБилдәле булыуынса, Сибай ҡалаһындағы экологик хәл бар йәмәғәтселекте борсоуға һалды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был етди проблеманы шәхсән контроленә алды. Бөгөн ҡалала атмосфера һауаһын даими тикшереү, халыҡҡа ваҡытында аныҡ мәғлүмәт еткереү, граждандарҙың һаулығын күҙәтеү аҫтына алыу һәм, әлбиттә, карьерҙа руданың быҫҡыуын туҡтатыуға йүнәлтелгән маҡсатлы эш дауам итә.

Ни өсөн карьер атмосфераға көкөрт газы бүлеп сығара башлаған? Белгестәр билдәләүенсә, карьер 2004 йылдан алып файҙаланылмай. Былтыр йыл аҙағында соҡор стенаһындағы тоҡомдар емерелеп төшкән һәм ҡаҙылмай ҡалған руда, кислород менән реакцияға инеү арҡаһында, тоҡанып киткән, ҙур миҡдарҙа көкөрт диоксины бүленеп сыға башлаған. Бөгөн ошо процесты туҡтатыу буйынса эштәр алып барыла. Быҫҡыусы сығанаҡтарҙы һүндереү өсөн балсыҡ, шыйыҡ ҡушымта һәм һелтеле һыу ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта белгестәр кәңәше буйынса карьер дымлы консервациялауға әҙерләнә. Проектҡа ярашлы, февраль башында карьерға өлөшләтә һыу тултырыла башланы һәм, белгестәрҙең иҫәпләүе буйынса, был эш 23 мартҡа ҡәҙәр тамамланырға тейеш.
Һуңғы аҙнала был ятҡылыҡҡа яҡын ғына урынлашҡан Иҫке Сибай ауылы халҡы ла етди борсолоу белдерә башланы. Ни өсөн беҙҙә һауа торошон тикшермәйҙәр? Ниңә Иҫке Сибай ҡала кеүек юғары әҙерлек талап иткән зонаға инмәй? Ни өсөн балаларыбыҙға шифаханаға путевка бүленмәй? Беҙ кемдән кәм? Ошоноң ише һорауҙар социаль селтәрҙәрҙә йыш күтәрелә.
Әйтергә кәрәк, район хакимиәте, уның тейешле хеҙмәттәре,Сибай ауыл биләмәһе хакимиәте, ҡалала шундай экологик хәл килеп тыуғас, уға яҡын Баймаҡ районы ауылдарында ситуацияны мониторинглау буйынса эшсе төркөм булдырҙы. Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев етәкселегендәге был төркөм даими рәүештә ултырыштар үткәрә, ауылдар халҡының мөрәжәғәттәрен ҡарай, тейешле саралар күрә. Һуңғы осорҙа район хакимиәте етәкселеге, ошо комиссия ағзалары һәм Сибай ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре бер нисә тапҡыр Иҫке Сибайҙа булып, граждандар менән осрашты, аңлатыу эштәре алып барҙы, һаҡланыу саралары тураһында ҡағиҙәләр таратты.
Шул уҡ ваҡытта Сибайҙа эшләүсе күсмә экологик лаборатория саҡыртылып, атмосфера һауаһы тикшерелде. Атап әйткәндә, ул Күсәбаев, Совет, Мотаев, Ишбирҙин, Заманов, Атайсал урамдарында үткәрелде. Ул көкөртлө водородтың булмауын һәм рөхсәт ителгән концентрация (ПДК) артыуының ҡыҫҡа ваҡытлы икәнлеген күрһәтте. лаборатор тикшереүҙәр дауам итә.
Ошо көндәрҙә район хакимиәте экология мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе республика ведомстволары вәкилдәре ҡатнашлығында Иҫке Сибай ауылы халҡы менән йыйылыш ойошторҙо. Унда Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр лопухов, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫары Сергей Капитоненко, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илфат Сафин ҡатнашты.
Иң тәүҙә экологик проблеманы яйға һалыу менән туранан-тура шөғөлләнгән ведомство вәкилдәре сығыш яһап, карьерҙағы хәлгә төплө аңлатма бирҙе, уның эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса алып барылған эштәргә ентекле туҡталды. Халыҡты борсоған күп һорауҙарға яуап бирҙе. Белгестәр әйтеүенсә, улар Иҫке Сибайҙағы экологик хәлгә битараф түгел, район хакимиәтенең, граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса мөмкин булғанса күсмә лабораторияны ебәреүҙе ойоштора. Артабан был мәсьәлә даими иғтибар үҙәгендә тотоласаҡ.
Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы Альберт Тутаевҡа, әлбиттә, һорауҙар күп булды. Уның билдәләүенсә, учреждение тарафынан Иҫке Сибай ауылы халҡының һаулығы даими тикшерелә, бының өсөн район, Сибайҙа эшләүсе Өфө врачтарының күсмә ҡабул итеүҙәре ойошторола. 6 февралдә, мәҫәлән, баш ҡала врачтары килеп, ауылдың 265 кешеһенең һаулығын тикшергән. Балалар сәләмәтлеге айырым иғтибар үҙәгендә. Тын алыу, аллергия ауырыуҙары менән иҫәптә торған 16 бала тиҙҙән Ҡырымға дауаланыуға ебәреләсәк. Бынан тыш, тағы ла 50 бала республика шифаханаларында һаулығын нығытасаҡ.
Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы врачтары артабан даими рәүештә Иҫке Сибайҙа халыҡты күсмә ҡабул итеүҙе ойошторасаҡ – шулай тип белдерҙе Альберт Шәфҡәт улы. Кешеләр бушлай маска һәм активлаштырылған күмер менән тәьмин ителә. Был тәңгәлдә район хакимиәте тейешле сараһын күрҙе. Әйткәндәй, район властарының, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы етәкселегенең тырышлығы менән һуңғы осорҙа Иҫке Сибай ауыл врач амбулаторияһының матди-техник базаһын нығытыу буйынса ҙур эш алып барыла. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы линияһы буйынса был учреждениеға тағы ла 2,5 млн һум аҡса бүленә һәм ул уны яңы кимәлгә күтәреү мөмкинлеге бирәсәк.
– Сибай ҡалаһындағы, Иҫке Сибайҙағы экология мәсьәләһе республика, ҡала һәм район етәкселеге тарафынан ныҡлы контролдә тотола, – тип билдәләне үҙенең сығышында Фәнис Ғәбдрәшит улы. – Уның эҙемтәләрен бөтөрөү, граждандарҙы ҡурсалау, халыҡтың һаулығын хәстәрләү йүнәлешендә район хакимиәте маҡсатлы эш алып бара. Экология өсөн яуап биргән ведомстволар менән даими бәйләнеш булдырғанбыҙ, хәлде мониторинглау буйынса эшсе төркөм ағзалары көнөнә бер нисә тапҡыр Иҫке Сибайҙа була. Медицина белгестәре халыҡты даими ҡабул итеүҙе ойоштора һәм ойошторасаҡ. Иҫке Сибай ауыл врач амбулаторияһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләүгә күсте.
Балалар һаулығы айырым иғтибар үҙәгенә алынған. Ошо көндәрҙә урындағы мәктәп уҡыусыларына һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең барыһына ла көнөнә 100-әр грамм һөт бирелә башланы.
Район хакимиәте экологик хәлгә бәйле проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләй, таба, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эшләй. Был тәңгәлдә ниндәйҙер һорау килеп тыуһа, тура үҙемә, тейешле хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итегеҙ. Беҙ һәр кемдең проблемаһын хәл итеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Ғөмүмән, Иҫке Сибай ауылы халҡы бер ҡасан да иғтибарһыҙ һәм ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ.
Читайте нас в