Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
6 Ғинуар 2019, 22:25

Аҫыл егеттәр ҡайҙа йәшәй? Үрге Иҙристә!

Һаҡмар буйының аҫыл егеттәре, изге эшкә нигеҙ һалып, сәләмәт тормошҡа етди аҙым яһаны, милләттәштәренә оран ташланы. Уларҙың өлгөһөнә ҡушылайыҡ!(Түбәнге Иҙристә үткән матур сара тураһында сайттан уҡығыҙ)

Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың милли рухы күтәрелеүе, үҙаңы үҫеүе, айырыуса йәштәрҙең изге башланғыстарға нигеҙ һалыуы, милләтенә оран ташлауы бик тә ҡыуаныслы хәл. Шуның һөҙөмтәһендә бөгөн ир-егеттәр ҡорҙары ойошторола, улар дилбегәне үҙ ҡулдарына ала. Сер түгел, араларында ҡоро хәбәр һөйләүселәр, аҡыл өйрәтеүселәр ҙә күп. Әммә айыҡ аҡыл туплап, һүҙ менән түгел, ә аныҡ эш менән тыуған төйәгенең киләсәге өсөн көрәшкән егеттәр күберәк. Үрге Иҙрис ауылының аҫыл егеттәре – тап шундайҙарҙан.

Үткән йылдың нояберендә ауылдың старостаһы һәм урындағы ҡоролтай рәйесе Рәжәп Мөхитов һәм Түбәнге Иҙрис ауылының уңған фермеры Азамат Сыңғыҙовтың тырышлығы менән Ҡолсора ауылы биләмәһендә ир-егеттәр ҡоро үтте. Унда бик проблемалар күтәрелде, аныҡ уй-фекерҙәр яңғыраны. Ҡарар ҡабул ителде. Унда Үрге Иҙрис ауылында спорт залын асыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Егеттәр тәүге көндән үк ең һыҙғанып эшкә тотондо. Аҡса йыйып, милли көрәш өсөн келәм һәм башҡа спорт кәрә-яраҡтары алынды. Яңы йылдың тәүге көнөнән үк йәштәр бинаны тейешле тәртипкә килтерҙе һәм күнекмәләрҙе башлап та ебәрҙе. Шулай итеп, 5 ғинуар көнө Үрге Иҙристә спорт залын рәсми рәүештә асыу тантанаһы булды.

Ауылдың имам-хатибы Садиҡ хәҙрәт Ишмырҙин сараға фәтихә биргәндән һуң, һүҙҙе Рәжәп Мөхитов алды һәм ир-егеттәр тарафынан башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Халыҡты матур тантана менән Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Азамат Мөхәмәтшин, район Советы депутаты Иҙел Солтанов, Ҡолсора ауыл биләмәһе башлығы Фирүзә Арғынбаева тәбрикләне. Фирүзә Иштуған ҡыҙы спорт залына туптар бүләк итте, был сараны ойоштороуы егеттәргә, спортсыларға маҡтау грамоталары тапшырҙы.

Артабан спорт саралары старт алды. Гер күтәреү, армрестлинг, милли көрәш буйынса ярыштар бик көсөргәнешле барҙы. Үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә Азамат Мөхитов, Сыңғыҙ Халиков, Раян Мусин, Илгизәр Йәнтурин, Байрас Ғафаровтар иң көслөләре булып танылды. Майҙан батырҙарына ир-егеттәр әҙерләгән бүләктәр, грамоталар, миҙалдар тапшырылды.

Рәсимә Халикова етәкләгән “Йәшлек” бейеү ансамбле һоҡланғыс концерт номерҙары менән ҡыуандырҙы. Сараны ойоштороуға Рәжәп һәм Азамат Мөхитовтар, Азамат Сыңғыҙов, Артур Мусин күп көс һалды. Урындағы мәктәп коллективы тәмле аш-һыуҙары менән һөйөндөрҙө.

Һаҡмар буйының аҫыл егеттәре, изге эшкә нигеҙ һалып, сәләмәт тормошҡа етди аҙым яһаны, милләттәштәренә оран ташланы. Уларҙың өлгөһөнә ҡушылайыҡ!