Һаҡмар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
28 Ноябрь 2018, 13:58

Ир-егеттәр өмәгә сыҡты

Үрге Иҙрис ауылы халҡы үҙенең берҙәмлеге, тыуған төйәгенең яҙмышына битараф булмауы, урындағы проблемаларҙы уртаҡ көс ярҙамында хәл итеүе менән айырылып тора.

Иҙристәр кемдәндер ярҙам көтөп ултырмай, ауылдағы мәсьәләләрҙе бойомға ашырыуҙа дәррәү өмәләр ойоштора, унда ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа әүҙем ҡатнаша. Ауыл халҡы Һаҡмар йылғаһын ҡыйҙан таҙартыу, ҡыйлыҡты тәртипкә килтереү, шишмәләрҙе кәртәләп алыу, урындағы учреждениеларҙы ремонтлау, эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса мөҡәддәс эш алып бара.
Быйыл “Мул һыулы Һаҡмар” акцияһына берҙәм ҡушылып, иҙристәр Ҡарттар ҡоҙоғо биләмәһен кәртәләп алды, унда төрлө ағастар ултыртты. Һөҙөмтәлә 150 метр оҙонлоҡта матур аллея барлыҡҡа килде. Йәйгеһен иһә тап шул ерҙә ауыл йыйыны ойошторолдо, ул ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әүерелде.
Үткән йома ауыл халҡы тағы бер изге эш атҡарып сыҡты – ир-егеттәр балалар баҡсаһының һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктының иҫкергән ҡоймаларын яңыртыу өсөн өмәгә йыйылды. Кәрәкле материалдарҙы ауыл биләмәһе хакимиәте бүлде, мәктәп хеҙмәткәрҙәре ир-егеттәрҙе йылы аш менән һыйланы. Өмәне ауыл старостаһы, биләмәнең ҡоролтай рәйесе Рәжәп Мөхитов ойошторҙо.
Әйтергә кәрәк, ошо көндәрҙә иҙристәр Ҡолсора ауыл биләмәһенең ир-егеттәр йыйынын ойоштороу һәм ҡорон булдырыу тәҡдимен күтәреп сыҡты. Был сара ошо шәмбе Түбәнге Иҙрис ауылында үтәсәк.
Читайте нас в