Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
8 Июнь 2018, 19:24

“Тормошомдан ҡәнәғәтмен...”

Ысын мәғәнәһендә бәхетле кешеләр генә һәр мәлдән йәм табып, атҡан бер таңға ҡыуанып, тормош ҡуласаһында ҡайнап йәшәйҙер ул. Күгиҙелдән Рәмзиә Фәйзуллина тап шундайҙарҙың береһе.

Рәмзиә Рауил ҡыҙы сығышы менән Үрге Иҙрис ауылынан. Бынан 21 йыл элек ул тормош юлын Күгиҙел егете Зөлфәр Кирамов менән бәйләй. Күгиҙелдәр йәш киленде ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайлап ҡуялар. Хеҙмәт юлын ул ауыл китапханаһында иҙән йыуыусы булып дауам итә. Клуб сәхнәһендә ҡуйылған спектаклдәрҙә төп ролдәрҙең береһен башҡара, моңло итеп йырларға ярата. Китапханалағы сараларҙан да ситтә ҡалмай. Китапханасы Зифа Мәүлитова менән берлектә ойоштороу эшендә ҡатнаша, балалар өсөн үҙенә генә хас уйындар әҙерләп алып килә.

Ғаиләһендә лә Рәмзиә Рауил ҡыҙы бәхетле. Тормош иптәше Зөлфәр Сабирйән улы менән бер ҡыҙ, ике ул тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары Айгөл Магнитогорск ҡалаһында программист һөнәрен үҙләштергән. Улдары Зөлфәт Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында белем ала, Илфат иһә Билал мәктәбендә 8-се класта уҡый.

Әле Рәмзиә Фәйзуллина социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Ул барлығы 12 оло йәштәге кешене ҡарай. Ел-буран тип тормай, ямғырына ҡарамай, уларға көн дә барып етә. Кемгәлер һыу ташый, өйҙәрен йыуа, түтәлдәрен ҡаҙа, бәлеш-ҡоймаҡтарына тиклем бешерә, ололарҙың хәлдәренән килмәгәнде эшләп бирергә тырыша. “Яратам мин эшемде. Шул тиклем ыңғай кешеләр. Хатта хәйер булыр тип үҙемдән һөттө лә, май-ҡаймаҡты ла, бешергән тәм-томдо ла алып барып бирәм. Әллә үҙем уларҙы яратып торғанға, мине лә яраталар. “Рәмзиә килен, һаумы тиһә, кәйефтәребеҙ күтәрелеп китә”, – тиҙәр улар”, – ти социаль хеҙмәткәр.

Рәмзиә Рауил ҡыҙының тырыш хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Рәхмәт хаты менән баһаланды. Ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә тик уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйбеҙ.

Эльмира Харисова.