Һаҡмар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
8 Июнь 2018, 20:06

Үҙебеҙҙең “Байтал” бит ул!

Дәүләкән балалар аяҡ кейемдәре фабрикаһының Икенсе Этҡолда асылыуы күбебеҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. “Байтал” исемен йөрөтә ул. Фабрика ике йыл эшләп килә. 60 кешегә урын булдырылып, утыҙҙан ашыу ҡатын-ҡыҙ эшләй.

Дәүләкән балалар аяҡ кейемдәре фабрикаһының Икенсе Этҡолда асылыуы күбебеҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. “Байтал” исемен йөрөтә ул. Фабрика ике йыл эшләп килә. 60 кешегә урын булдырылып, утыҙҙан ашыу ҡатын-ҡыҙ эшләй. Бесеү станогы ла урынлаштырҙылар. Балалар өсөн тапочкиҙар, ортопедик сандалийҙар тегәләр. Ауыл халҡына эш булдырып, ваҡытында аҡса түләп барыуҙары ҡыуандыра. Больничный, декрет ялы ла түләнә. Республика кимәлендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, диплом менән дә бүләкләндек. Беҙ теккән балалар тапочкиҙары Рәсәй буйынса һатыла. Балалар йорттарына, баҡсаһына, дауаханаларға, “Ашан” кеүек ҙур гипермаркеттарға заказдар булыуы айырыуса һөйөндөрә.
Ошондай эш урындарының районыбыҙҙың һәр ауылында асылыуын теләйем.

Ләйсән Ғабдулманова, тегенсе.