Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
11 Апрель 2018, 17:47

"Сәләмәт ауыл - 2018" конкурсы

Ауыл биләмәләре араһында “Сәләмәт ауыл-2018” конкурсы иғлан ителә.

Ауыл биләмәләре араһында “Сәләмәт ауыл-2018” конкурсы иғлан ителә.

Уның инициаторы булып Баймаҡ районының “Башҡорттар ҡоролтайы” урындағы йәмәғәт ойошмаһының башҡарма комитеты сығыш яһай. Ойоштороусылары – Баймаҡ районы хакимиәте, район башҡорттарының башҡарма комитеты, ҡатын-ҡыҙҙар советы.

Конкурс урындағы үҙидара органдарының, ауылдарҙағы хеҙмәт коллективтарының, йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеген әүҙемләштереү ниәтендә ойошторола. Сараның бурысы - халыҡты ауылдың социаль-иҡтисади үҫешендә әүҙем ҡатнашыуға йәлеп итеү; ауылдың тарихи, мәҙәни һәм дини йолалары нигеҙендә халыҡтың физик һәм рухи-әхлаҡи сәләмәтлеген үҫтереү һәм артабан камиллаштырыу; номинациялар буйынса иң яҡшы ауылдарҙы асыҡлау.

Ауыл биләмәләре “Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса иң яҡшы практика”, “Демографик хәлде яҡшыртыу буйынса иң яҡшы практика”, “Ғаилә институтын һаҡлау буйынса иң яҡшы практика”, “Милли мәҙәниәтте, традицияларҙы үҫтереү буйынса иң яҡшы практика” номинациялары буйынса билдәләнәсәк.

Конкурстың 1-се этабында унда ҡатнашыу өсөн ауыл биләмәләренән 15 апрелгә тиклем заявкалар ҡабул ителә. 2-се этапта – 2018 йылдың май – декабрь айҙарында – төп саралар үткәрелә. Бәйгенең 3-сө этабы – конкурсҡа йомғаҡ яһау – 2019 йылдың ғинуар-февраленә билдәләнгән.

Конкурста ҡатнашыу тураһында ҡарар ауыл граждандарының сходында ҡабул ителә. 15 апрелгә тиклем ойоштороу комитетына түбәндәге электрон адрес буйынса заявка бирергә кәрәк: adm44info@mail.ru. Заявканың формаһы контакттағы “Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы” төркөмөндә бар: https://vk.com/kurultaybaimak.

Конкурста еңеүселәр дипломдар һәм аҡсалата приздар менән бүләкләнә.

Ойоштороу комитеты.