Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Ноябрь , 16:50

Сәйҙе шәкәрләп кенә!

Башҡортостанда яңы уңыш сөгөлдөрөнән бөтәһе 110 мең тонна аҡ шәкәр етештерелгән...

Сәйҙе шәкәрләп кенә!
Сәйҙе шәкәрләп кенә!

Башҡортостанда үҙ сеймалынан шәкәр етештереү дауам итә. Оператив мәғлүмәттәргә ярашлы, 23 ноябргә республиканың ике заводы 714 мең тонна тамыраҙыҡ эшкәрткән, дөйөм алғанда, 110 мең тонна шәкәр етештергән. «Раевка шәкәре»нә – 56 мең тоннанан ашыу, Шишмә заводына 53 мең тонна продукт тура килә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан.

Быйыл республикала 44 мең гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрө үҫтереп алынған. Татлы тамырҙың тулайым йыйымы – 1,39 миллион тоннаға яҡын, уртаса уңыш – гектарынан 309 центнер.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в