Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Ноябрь , 10:35

Башҡорт балын нисек айырырға?

Күмәртәләп һатҡанда, балдың бер килограмы 370 һумға төшә. Тимәк, ваҡлап һатыу хаҡы — 500 һум. Әгәр 500 һумдан арзаныраҡ икән, был башҡорт балы түгел...

Башҡорт балын нисек айырырға?
Башҡорт балын нисек айырырға?

Башҡортостан Республикаһы көнө сиктәрендә ОТР телеканалының тура эфирында республика хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сығыш яһаны.

"Ижтимағи электрон гәзит" хәбәр итеүенсә, министр бал ярата. Тәбиғи башҡорт балы ҡиммәт торорға тейеш, уның юғары хаҡы  сифат билдәһе, тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.

— Башҡортостанда тәбиғи бал етештерелә, өҫтәмәләр ҡушылмай. Был ҡиммәтле продукт, ул арзан була алмай. Ул бик файҙалы һәм тәмле. Быйыл республикала ете мең тоннаға яҡын тауар балы етештерелгән. Бөтәһе 14 мең тонна етештерәбеҙ, яртыһын бал ҡорттары үҙҙәренә, ҡышҡылыҡҡа ҡалдыра. Күмәртәләп һатҡанда, балдың бер килограмы 370 һумға төшә. Тимәк, ваҡлап һатыу хаҡы — 500 һум. Әгәр 500 һумдан арзаныраҡ икән, был башҡорт балы түгел.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в