Һаҡмар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
31 Август , 10:06

31 август – ветеринария хеҙмәткәре көнө

Райондың ауыл хужалығы тармағын, ветеринария өлкәһен үҫтереүгә күп көс һалған, байтаҡ белгестәрҙең остазы булған абруйлы шәхестәре менән билдәле беҙҙең төбәк. Шулар араһында “Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһы” дәүләт бюджет учреждениеһының лаборатор диагностика бүлеге  мөдире Вил Рәмиев айырым урын биләп тора

31 август – ветеринария хеҙмәткәре көнө
31 август – ветеринария хеҙмәткәре көнө

Фиҙаҡәр хеҙмәте менән абруй ҡаҙанды

Вил Рафаэль улы 1961 йылдың 10 авгусында Юлыҡ ауылында данлыҡлы Рәмиевтар нәҫеленә ҡараған ғаиләлә тыуған. Бәләкәйҙән тырыш, маҡсатына ирешеүсән булып  үҫкән малай Йомаш урта мәктәбендә белем алғанда уҡ тик яҡшы билдәләргә генә уҡый, спорт менән ныҡлап шөғөлләнә. Биш йәштән үк уны ата-әсәһе саңғыға баҫтыра. 4-се класта уҡығанда районда “Пионерская правда” гәзите призына ойошторолған саңғы ярышында беренселекте яулай. Мәктәпте тамамлағансы район һәм зона ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй. 

1978 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының “Ветеринария” бүлегенә уҡырға инә. Уҡыу йортонда белем алған ваҡытта ла Вил Рәмиев спортты ташламай, милли көрәш менән маҡсатлы шөғөлләнә. Башҡортостанда үткән ярыштарҙа бил бирмәй һәм республика йыйылма командаһы составына индерелә. 1979-1980 йылдарҙа Ҡазанда  үткән милли көрәш буйынса РСФСР беренселегендә көмөш миҙал яулай, республикала ойошторолған бәйгеләрҙә күп тапҡырҙар келәм батыры булып таныла. Әйткәндәй,  1979 йылдан алып 1994 йылға тиклем Вил Рафаэль улы район һабантуйҙарының батыры булып таныла, башҡорт милли көрәшен пропагандалау, уны үҫтереү, йәш көрәшселәр тәрбиәләүгә күп көс һала. 

Уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, В.Р. Рәмиев хеҙмәт юлын “Һаҡмар” колхозында таналар үҫтереү буйынса комплекстың ветеринар врачы булып башлай. 1984-1987  йылдарҙа Фрунзе исемендәге колхоздың баш ветврачы булып эшләй. Ошонда ул тәүләп “Богачевка” һарыҡсылыҡ комплексында бәрәстәргә пастереллезға ҡаршы вакцина  һалыу алымын индерә. 

Артабан ул Ленин исемендәге колхоздың ветеринария хеҙмәтен етәкләй, бында йәмәғәт һәм шәхси малды туберкулез ауырыуынан ҡотҡарыуға күп көс һала. 

1991 йылда Вил Рафаэль улы райондың иң ҙур хужалыҡтарының береһе – “Баймаҡ” совхозының баш ветврачы итеп күсерелә. Тап ул эшләгән осорҙа хужалыҡта ветеринар  эшкәртеүҙәр, прививка һалыу, диагностик тикшереүҙәр эшмәкәрлеге яйға һалына, төрлө ауырыуҙарға ҡаршы эш яҡшы ойошторола. 1996 йылдан В.Р. Рәмиев  “Башҡортостан ғилми-производство ветеринария лабораторияһы” дәүләт бюджет учреждениеһының Баймаҡ филиалы директоры булып эшләй. Былтырҙан ул “Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһының ветеринария станцияһы” ДБУ-һының лаборатор диагностикаһы бүлеген етәкләй. 

Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Вил Рәмиев үҙен оҫта ойоштороусы һәм уңған етәксе, юғары эрудициялы белгес итеп танытты. Ул районда ветеринар-диагностик контролде  ойоштороуға ғәйәт ҙур өлөш индерҙе. Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының элекке директоры, профессор, республикала билдәле ғалим Вәкил  Шириев бына нимә ти: “Вил Рафаэль улы үҙен республика кимәлендә билдәле ветеринария белгесе итеп танытты, ҙур абруй яуланы. Бар ғүмерен ошо өлкәгә арнаған  етәксе һәм белгес булараҡ, ул ветеринария тармағын үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Беҙ бөгөн дә һәр саҡ уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалабыҙ, тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ”. Тап уның тырышлығы менән ветеринария лабораторияһына газ үткәрелде, йылытыу системаһы ремонтланды, матди-техник база нығыны. Һуңғы йылдарҙа  учреждение яңы автомобиль, йыһаздар һәм приборҙар, башҡаһы менән тулыланды. В.Рәмиев етәкләгән коллектив Башҡортостанда иң һөҙөмтәле эшләүсе, юғары  күрһәткестәргә өлгәшеүселәрҙән һанала. 2011 йылда учреждение “Иң яҡшы ветеринария лабораторияһы” булып танылды. 

Райондың агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн ул “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә,  БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына, РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатына, башҡа наградаларға лайыҡ булды. 

Уңған кеше баҫҡан ерендә ут сығарыр, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Вил Рафаэль улы ла баҫҡан ерендә ут сығарыр, бөтөн яҡтан да уңыш-ҡаҙанышҡа өлгәшкән һәм бөгөн дә тыуған төйәгенә намыҫлы хеҙмәт иткән ысын ируҙаман ул. Ветеринария хеҙмәткәре көнөн дә ул етәкләгән коллектив яҡшы күрһәткестәр, көр кәйеф менән  ҡаршылай. Һөнәри байрамығыҙ менән! 

Азамат Мөхәмәтшин.
Автор фотоһы.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас в