Һаҡмар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Август , 17:05

Иртәнге көн хәстәре менән

Быйылғы миҙгелдең ауыл хеҙмәтсәне өсөн бик ҡулай килеүе, һауа торошоноң яҡшы тороуы, ямғырҙар яуыуы ауыл хужалығы тармағына яңы һулыш бөрккәндәй булды.  Оҙайлы йылдар буйы ҡоролоҡтан интеккән төбәк халҡына, ниһайәт, иркен тын алып, ең һыҙғанып малға аҙыҡ әҙерләү мөмкинлеге тыуҙы. Әле ауыл хужалығы  предприятиелары һәм КФХ-ларҙа, шәхси хужалыҡтарҙа иң ҡыҙыу мәл – малсылыҡ тармағын ҡышҡа әҙерләү, үҫтерелгән ашлыҡты йыйыу менән мәшғүл улар. “Салауат” ЯСЙ-һы коллективы ла, барлыҡ мөмкинлекте файҙаланып, ныҡлы аҙыҡ базаһы әҙерләүгә иреште.   

Тотороҡло эшләүсе предприятиеларҙың береһе булараҡ, “Салауат” йәмғиәте малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтары менән уңышлы шөғөлләнә, ауыл хужалығы  кампанияларын ойошҡанлы атҡарып сыға. Быйыл да хужалыҡ мал ҡышлатыу миҙгелен яҡшы әҙерлек менән ҡаршы ала, ныҡлы аҙыҡ базаһы туплай. Барлығы 420 гектарҙа  үҫтерелгән люцерна, донник, көнбағыш, сафлор һәм бер йыллыҡ үләндәрҙән бында 4 мең тонна сенаж һалынды. Әйтергә кәрәк, салауаттар йәшел масса әҙерләүҙә йыл да  тейешле технологияларҙы файҙалана, быйыл да һутлыҡ аҙыҡ “Байкал” әсеткеһе ҡушып һалынды, барлыҡ талаптар күҙәтелде. Тимәк, уның сифатлы булыуына шикләнмәҫкә  мөмкин. 

Бер үк ваҡытта бында 400 тонна сифатлы бесән әҙерләнде, бының өсөн козлятник, күстерә, тары, люцерна һәм бер йыллыҡ үлән майҙандары файҙаланылды. Шулай уҡ  предприятие хеҙмәтсәндәре өсөн эш хаҡы иҫәбенә 400 рулон таратып бирелде. Әйткәндәй, 80 гектарҙа үҫтерелгән күстерәнән 18 тонна орлоҡ һуғып алынған, был иһә мал  аҙығы культуралары майҙандарын артабан яңыртыу, артығын һатыу мөмкинлеге бирәсәк. Мал аҙығы әҙерләү кампанияһында механизаторҙар Сабит Хажин, Рәмил  Дисәнов, Айтуған  Ғатауллин, Зәбир Рамазанов, Хәйҙәр Усманов, Рәүеф Ҡасҡынов, Хәкимйән Мәһәҙиев, Рәйес Кәримов, водителдәр Ринат Мансуров, Айтуған Мәһәҙиев,  Сәғит Йәһүҙин ысын хеҙмәт батырлығы күрһәтте. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте, хужалыҡ етәкселегенең эште оҫта ойоштороуы һөҙөмтәһендә 2,5 йыллыҡ мал аҙығы тупланды. 

Хужалыҡ ашнаҡсылары Гүзәл Тәхәүетдинова һәм Сания Сафиуллина баҫыу эшсәндәрен тәмле аш-һыуҙары менән һөйөндөрҙө. Әйтергә кәрәк, предприятие баҫыуҙарында быйыл иген һәм техник культураларҙан мул уңыш көтөлә. Сәселгән майҙан барлығы 1420 гектарҙы биләп, шуның 420 гектарын – бойҙай, 200-шәр гектарын һоло менән арпа һәм ҡалғанын сафлор тәшкил итә. Әйткәндәй, хужалыҡ игенселәре ошо көндәрҙә һолоға төштө. Гектар ҡеүәте лә шәп – 32 центнер. “Салауат” ЯСЙ-һы  директоры Өлфәт иҙрисов билдәләүенсә, коллектив алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып эшләй, иртәнге көн хәстәре менән йәшәй. Урып-йыйыу эштәрен дә салауаттар ойошҡанлы атҡарып сығыу маҡсатын ҡуя. 

Азамат МӨХӘМӘТШИН.
Автор фотолары.

Иртәнге көн хәстәре менән
Иртәнге көн хәстәре менән
Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас в