Һаҡмар
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Август , 10:58

“Экопродукт” производство ҡеүәттәрен арттыра

Баймаҡтағы “Экопродукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бейә һөтөн һәм ҡымыҙҙы киптереп сығарыу йүнәлеше күптән түгел Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелде. Тейешле бойороҡҡа БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР иҡтисади  үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡул ҡуйҙы.  

– Башҡортостан – Рәсәйҙәге иң ҙур продуктив йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ менән дауалау үҙәге. Республика йылҡы малы иҫәбе буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында 2-се урында торһа, Волга буйы федераль округында лидер булып һанала. Инвестор Баймаҡтағы производствоға 223 млн инвестиция һалырға  ниәтләй. Предприятие йылына 26-30 тонна ҡоро продукт етештереүҙе күҙ уңында тота. Проектты тормошҡа ашырыу ауыл хужалығының һәм эшкәртеү сәнәғәтенең  иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итәсәк, – тип билдәләне Рөстәм Моратов. 

Ысынлап та, “Экопродукт” йәмғиәте үҙенең производство ҡеүәттәрен арттырғандан-арттыра, етештерелгән продукция ассортиментын киңәйтә бара. Производствоның  икенсе сиратын төҙөү ҙә тап ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп атҡарыла. Ошоғаса предприятие бейә һөтө һәм ҡымыҙҙы киптереү, баһадирҙар эсемлеге етештереү менән  шөғөлләнһә, күптән түгел ул өр-яңы продукция – һыйыр һөтөнән төрлө ризыҡ сығара башланы. Ҡуянтауҙағы “Илгиз Байегетов” КФХ-һынан һөт ҡабул итеп, унан ҡаймаҡ,  май, ҡорот, эремсек етештереү яйға һалынды. Әйткәндәй, бының өсөн махсус линия һатып алынған, продукция ауылда етештерелгәненән бер ҙә айырылмай, тәмле, сифатлы булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Әҙер ризыҡ махсус ҡаптарға һалынып, Баймаҡ, Сибай, Өфө ҡалалары магазиндарына оҙатыла. 

Бер үк ваҡытта бейә һөтөн киптереү, ҡымыҙ етештереү, шулай уҡ “Ҡымыҙ продукты”н сығарыу дауам итә. Яҡын арала предприятиела һыйыр һөтөн махсус ҡаптарға һалып сығарыу күҙ уңында тотола. Киләсәктә бейә һәм һыйыр һөтөн эшкәртеү буйынса яңы цех асыу өсөн маҡсатлы эш алып барыла. 

Производство начальнигы Руслан Дәүербәков билдәләүенсә, предприятие яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өлкәһендә уңышлы эшләй, үҙенең ҡеүәттәрен арттырғандан-арттыра бара. Үҙ эшенең оҫталары йыйылған коллектив был маҡсаттарға өлгәшеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. 

Азамат МӨХӘМӘТШИН.

“Экопродукт” производство ҡеүәттәрен арттыра
“Экопродукт” производство ҡеүәттәрен арттыра
Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас в