Һаҡмар
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Май , 11:44

Һаҡ булығыҙ: эшкәртеү үткәрелә!

Баймаҡ урмансылығының дәүләт урман фонды биләмәһендә ишһеҙ күбәләктең киң таралыуы менән бәйле, 2022 йылдың майынан июненә тиклем  “Лепидоцид СК-М” биологик препараты менән эшкәртеү үткәреләсәк.   

Һаҡ булығыҙ: эшкәртеү үткәрелә!
Һаҡ булығыҙ: эшкәртеү үткәрелә!

Баймаҡ урмансылығының дәүләт урман фонды биләмәһендә ишһеҙ күбәләктең киң таралыуы менән бәйле, 2022 йылдың майынан июненә тиклем  “Лепидоцид СК-М” биологик препараты менән эшкәртеү үткәреләсәк. 

Атап әйткәндә, был эш Баймаҡ, Сибай, Этҡол, Темәс участка урмансылыҡтарына ингән Баймаҡ ҡалаһы, Ғәле, Хәсән, Иҫке Сибай, Дәүләт, Моҡас, Ғәҙелша, Абҙаҡ, Төркмән, Моҫтай, Басай, Иҫәнбәт, Күсей, Туҡтағол, Түбә, Иҫән, Бәхтигәрәй, Мерәҫ, Ҡуянтау, Ҡаратал, Аҡтау, Мәмбәт, Аҡморон, Сәйғәфәр,  Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай, Беренсе Этҡол, Ғәҙелбай, Ғүмәр, Йомаш, Әбделкәрим, Алғаҙы, Ҡыуат, Бикеш, Үрге Яйыҡбай, Түбәнге Яйыҡбай, Ниғәмәт, Икенсе  Этҡол, Байым, Ишей, Әмин, Түбәнге Иҙрис, Үрге Иҙрис, Ҡолсора, Муллаҡай, Бетерә, Сәксәй, Темәс, Түбәнге Таһир, Өмөтбай, Баймырҙа, Күгиҙел, Билал, Һәмән ауылдары янында  атҡарыласаҡ. Шулай уҡ күрше Кананикольск, Бөрйән урмансылыҡтарына яҡын булған Ишбирҙе, Крепостной Йылайыр, Бөрйәнйылға, Йылым һәм Шүлкә  ауылдары биләмәләре лә эшкәртеләсәк. 

Эшкәртеләсәк урын ауылдарға тиклем 300 метрҙан алып 15-20 километрғаса билдәләнгән. Атап үтелгән биләмәләрҙә майҙан алып июнгә тиклем  умартасыларға бал ҡорттарын хәүефһеҙ урынға күсереп ҡуйыу талап ителә, сөнки биопрепарат бик зарарлы. Шулай уҡ ошо осорҙа был биләмәләрҙә кешеләрҙең ял итеүе, үләндәр, бәшмәк йыйыуы, мал көтөү ҡәтғи тыйыла. 

Препарат менән эшкәртеү эштәре яҡынса 16 майҙан алып 10 июнгә тиклем дауам итәсәк. 

Баймаҡ урман хужалығы.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас в