Һаҡмар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Март , 10:18

Сибай ҡалаһында 2007 йылдан алып ауыл хужалығы предприятиеһы эшләй

Сибай ҡалаһында 2007 йылдан алып ауыл хужалығы предприятиеһы эшләй - «Дала» агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры - Азамат Мәхмүтов

Сибай ҡалаһында 2007 йылдан алып ауыл хужалығы предприятиеһы эшләй
Сибай ҡалаһында 2007 йылдан алып ауыл хужалығы предприятиеһы эшләй
Ауыл хужалығы бизнес өсөн иң отошло йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Аҙыҡ-түлеккә һорау бер ҡасан да юғалмаясаҡ, тимәк, эшҡыуарҙар эшһеҙ ҡалмаясаҡ.
 
Агробизнес тигәндә ниңәлер күҙ алдына сикһеҙ баҫыуҙар күҙ алдына килеп баҫа. Агробизнес - ул шулай уҡ фермерҙар етештергән продукция ла. Әммә быларҙың икеһе лә байтаҡ аҡса талап итә. Был әсе хәҡиҡәтте барыһынан да яҡшыраҡ аграрийҙар белә.
 
Сибай ҡалаһында 2007 йылдан алып ауыл хужалығы предприятиеһы - «Дала» агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (директоры Азамат Мәхмүтов) эшләй. Иген культураларын: бойҙай, арпа, етен үҫтереү эшмәкәрлектең төп өлкәһе булып тора. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә "Дала" ЯСЙ-һына Төйәләҫ ҡасабаһындағы Мәктәп урамында бина бирелде. Предприятиела 4 эш урыны булдырылған, шулай уҡ 12 кеше миҙгелле эштәр ваҡытында килешеү буйынса килеп эшләй. Киләсәктә даими эш урындарын арттырыу күҙаллана. Сәсеү техникалары бар. улар -- Buhler тракторы, VERSATILE  сәсеү комплексы һ.б. кәрәкле техника. 1250 га ер сәсеү өсөн ҡаралған. Киләсәктә эре мал үрсетеү буйынса инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла. Предприятие герефорд тоҡомло һыйыр малы, мал аҙығы таратыу, сәнске тейәгес һатып алған.  Предприятие киләсәккә ҙур пландар ҡороп йәшәй! 
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас в